– Дошмандарыма иман-тәүфиҡ һорай торғас, Хоҙай теләгемде үтәне, шикелле. Ҡапыл улар әллә ҡайҙа булып бөттө. Шунан миңә рәхәт булып ҡалған тиһеңме? Юҡ шул, киреһенсә, берәү ҙә төрткөләп тормағас, үҙемде нәҫ баҫты ла ҡуйҙы. Бер нәмә лә эшләгем килмәй, яңы үрҙәр яуларға дәртем дә юҡ. Баҡһаң, был дошман тигәндәре бик кәрәк нәмә икән дәһә, – тип көлдө берәүһе.
– Ниндәй дошман ти ул? – тип бүлдерҙе икенсеһе. – Дошман илеңде баҫып алған, яҡын кешеләреңдең йәнен ҡыйған әҙәм аҡтығы була. Ә былар…
– Ә былары нимә? – тип эләктерҙе тегеһе. – Недругмы? Неприятелме? Соперник, конкурент, противник, недоброжелатель… Урыҫтарҙа ғына ул дошмандың әллә күпме атамаһы бар. Ә башҡорттар был һүҙгә синонимдар уйлап маташмаған. "Дуҫ булмаған кеше" тип теш һындырып тормаҫбыҙ бит инде. Беҙҙә дошман ниндәй генә булһа ла, дошман инде, уның яуызырағын хатта "ҡан дошман" тип ебәрәбеҙ…
Был һөйләшеү мине уйланыуҙарға этәрҙе: ысынлап та, дошман кем һуң ул? Һуғышта билдәле: ул илеңә, халҡыңа ҡаршы ҡорал күтәргән кеше. Ә ҡәҙимге тормошта? Һиңә яуызлыҡ эшләргә теләгән әҙәм, тиһәң, дөрөҫ булалыр. Шундайҙар тормошобоҙға ҡыҫылып, ғәйбәт таратып, яйы сыҡҡан һайын аяҡ салып, арттан бысаҡ ҡаҙап маташа.
Йәшерәк сағымда, үҙем насарҙыр, шуға ҡайһы берәүҙәр мине яратмайҙыр, ә яҡшы кешеләр бөтәһенә лә оҡшайҙыр, тип бер ҡатлы уйлағаныма хәҙер көлкөм килә. Хатта бер ваҡыт башҡалар хаҡында насар һүҙ әйтә белмәгән, таш атҡанға ла аш менән яуап бирергә тырышҡан ханымдан: "Һеҙ шундай яҡшы күңелле, шуға һеҙҙе бөтәһе лә яраталыр ул?" – тип һораным. Ул шундай хәлде һөйләне.
– Бер ваҡыт уҡытыусылар бүлмәһендә оло йәштәге коллегам менән икәү тороп ҡалдыҡ. Ул оҙаҡ ҡына һынсыл ҡараш менән күҙәтеп ултырҙы ла: "Әйт әле, һеңлем, бына һин шундай һәйбәт, бер кире сифатың да юҡ кеүек, ә ни өсөн һине шул тиклем күрә алмайҙар?" – тип һалды. Шунан үҙең һығымта яһа инде…
Һығымта шул: дошманлы булыу өсөн үҙеңдең ғауғасыл, тотанаҡһыҙ булыуың, кемделер мыҫҡыл итеүең йә уға этлек эшләүең мотлаҡ түгел. Иртәме-һуңмы, был факт менән килешергә теләмәгән кеше табыла. Хатта һин бөтәһенә ярарға тырышһаң да, һис кем менән дошманлашырға теләмәһәң дә – был сифатың кемдер берәүгә оҡшамаясаҡ. Үкенескә ҡаршы, беҙ дуҫтарҙы ғына һайлай алабыҙ, ә дошмандар беҙҙе үҙҙәре һайлай. Хатта меҫкен генә көн күргән, был тормошта бер ниндәй уңышҡа өлгәшә алмаған әҙәмдәрҙең дә үҙҙәренә көнләшкән кешеләр барына үртәнеп ултырғанына күп тапҡыр аптырағаным булды.
Дошмандар менән нимә эшләргә һуң? Берәүҙәр уларға иғтибар итмәҫкә ҡуша, икенселәр көрәшергә кәңәш бирә, ә дин бөтөнләй "дошманды яратырға, ул бер битеңә һуҡһа, икенсе яңағыңды ҡуйырға", йәғни күндәмлеккә, яуызлыҡҡа ла яҡшылыҡ менән яуапларға саҡыра. Ошо юлдарҙың ҡайһыһы дөрөҫөрәктер, белмәйем, шулай ҙа мин үҙем беренсеһен тоторға тырышам. Ә былай миңә Авраам Линкольндың "Мин дошмандарымды дуҫҡа әйләндереп еңәм" тигән һүҙҙәре оҡшай. Ул, Америка Президенты итеп һайланғас, иң үсле оппонентын оборона министры итеп тәғәйенләй һәм отолмай – улар дуҫтарға әйләнә. Дейл Карнеги ҙа үҙенең китаптарында дошманды дуҫҡа әйләндереү кәрәклеге тураһында яҙа. Дошман көсһөҙ, ул шуға көнләшә, үртәнә, ә көсһөҙ кеше менән көрәшергә түгел, уға ярҙам итергә кәрәк, ти бөйөк психолог. Әлбиттә, был ҡәҙәрен һәр кем, үҙ көсөнә ышаныуына ҡарап, үҙе хәл итәлер. Йыланды ҡуйыныңда йылытам тип, сағылып ҡуйыуың да бар бит әле…
Әммә тормошонда дошман барлыҡҡа килеү менән бөтәһе лә, был бит бушҡа түгел, тимәк, дөрөҫ йәшәмәйем, һис юғы, нимәнелер дөрөҫ эшләмәйем, тип уйланырға тейеш. Был тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел, дошман да бушҡа ебәрелмәй. Юҡҡа ғына "Иң яҡшы уҡытыусылар – дошмандар һәм сир" тип әйтмәйҙәр бит. Был ниндәйҙер гонаһ өсөн яза тип аңларға ярамай. Дөрөҫөрәге, нимәгәлер өйрәнергә, яҡшыраҡ, көслөрәк, аҡыллыраҡ булырға бер мөмкинлек тип ҡабул итергә кәрәк. Яҙмыш шул рәүешле уҡыта, ә дошман уҡытыусы ролендә сығыш яһай һәм был дәрестән һабаҡ алмайынса ҡасып ҡотолоп булмай. Үрҙә миҫал итеп килтергән әңгәмә ошо турала ла инде. Юлына арҡыры сығыусылар булмағас, танышыма артабан үҫергә, намыҫланып, хатта үс итеп, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә стимул, мотивация бөткән дә ҡуйған. Ысынлап та, дошмандар беҙҙең тормошто ҡыҙыҡлыраҡ яһай, уға ярыш, уйын элементтары индерә, сөнки берәү ҙә көсһөҙлөгөн күрһәтеп, һыр бирергә, еңелеп ҡалырға теләмәй. Кемебеҙ генә "дошман ҡыуанмаһын" тигән һүҙҙәрҙе әйткәне юҡ, йә? Дошманды ҡыуандырмайбыҙ тип, бар мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышыусылар был тормошта еңеүсе була ла инде.
Шуға был күренешкә алдынғы, уңышлы, даланлы, матур йә һәләтле булыуың өсөн мотлаҡ түләргә тейешле хаҡ итеп ҡарау һәм, дин өйрәткәнсә, дошманға рәхмәтле булырға, хатта уны хөрмәт итергә өйрәнеү дөрөҫтөр. Бының өсөн башта дошманыңдың ыңғай яҡтарын, үҙеңдә булмаған яҡшы сифаттарын күрә белергә кәрәк. Ә улар, эҙләһәң, мотлаҡ табыла. Мәҫәлән, борсаҡтарыбыҙ бешмәгән бер танышым эшҡыуар булып китте: файҙалы эш менән шөғөлләнә, башҡаларға матди яҡтан ярҙам итә, уға рәхмәтле кешеләр күп. Мин, моғайын, күпме теләһәм дә, уның кеүек булдыра алмаҫ инем. Был кешенең ошо өҫтөнлөгөн таныу уны эстән ғәфү итергә һәм хөрмәт менән ҡарарға булышлыҡ итте. Бәлки, ул мине һаман дошман һанайҙыр, әммә был – уның проблемаһы. Иң мөһиме, мин еңеллек кисерҙем, күңел тыныслығы таптым.
Ә шулай ҙа дошманың барлығын тойоп йәшәү һеҙгә психологик яҡтан яйһыҙ булһа, кәйефегеҙҙе ҡырһа, ысынлап та, Алланан уға изгелек һәм аҡыл биреүен һорарға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр көлөп кенә ҡуйыр: беҙ һорағандан ғына кеше үҙгәреп китергә торамы, тиер. Эйе, үҙгәрә! Йыш ҡына берәйһен күрергә теләһәк, шуны тиҙ арала ҡайҙалыр осратабыҙ ҙаһа. "Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуя юлына" тип әйтеп тә ҡуябыҙ. Был осраҡлы түгел, Юғары көстөң беҙҙең теләкте үтәүе бит. Шуның ише, кемгәлер яҡшылыҡ теләһәк тә, улар күҙгә күренмәҫ энергетик тулҡындар аша тейешле адресҡа тапшырыла, уның уйҙарын беҙ һораған юҫыҡҡа көйләй. Тик тормош бер шарт ҡуя: һин үҙең дә был ваҡытта күңел төбөнән урғылған ыңғай уйҙар менән һуғарылырға тейеш. Ҡыҫҡаһы, ни сәсһәң – шуны ураһың.
Ахыр сиктә, был тормошта бер килеп дуҫ тигәнеңдең дошманға әйләнеүе йәки, киреһенсә, дошманыңдың дуҫҡа әйләнеүе лә мөмкин бит әле. Ғәҙәттә, бындай хәлдәр ниндәйҙер уртаҡ проблема тыуғанда һынала. Шундай саҡта дуҫ тигәнең, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, "яу яланын" ташлап ҡасты йә һатлыҡ йән булып сыҡты икән – тимәк, ул ысын дуҫ та булмаған. Ә өнәп етмәгән кешең ҡыйын саҡта һиңә иңен терәк итеп ҡуйҙы, ярҙам ҡулын һуҙҙы икән – тимәк, улай уҡ дошман да булмаған. Тормош шундай аҡыллы, ул иртәме-һуңмы һәр нәмәне үҙ урынына ҡуя, кемдең кемлеген аңлата. Беҙгә унан фәһем ала белергә генә ҡала.
Рәхимә МУСИНА.