Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
14 Август 2023, 21:31

“Тыныс ҡына үлергә бирегеҙ...”

— Улар ете көн ауырыны ла, һуңынан тыны­сыраҡ булып ҡалды, хәҙер бер ни тоймайҙар, — тип иланы.

“Тыныс ҡына үлергә бирегеҙ...”
“Тыныс ҡына үлергә бирегеҙ...”

Аслыҡ йылдары тарихта ғына ҡалһын

100 йыл элек төшөрөлгән был фотоларға оҙаҡ ҡарап булмай. Унан беҙгә ҡот осмалы ҡараштары менән бер нисә бала баға. Тире лә һөйәк тигәндәре ошо булалыр. Алама, туҙып бөткән, кейем тип әйтергә тел дә әйләнмәгән сепрәктәр сибек тәндәрендә саҡ эленеп тора. Хатта сифатһыҙ ғына фотола ла һәр береһенең йоҡа тиреһе аҫтынан беленеп торған һөйәктәрен һанарға була. Был ҡоро һөлдәләрҙең аслыҡтан эстәре күпкән.

Ошо йылдарға бала сағы тура килгән ҡарт өләсәйем, беҙ, балалар, ашап бөтмәй өҫтәл артынан тороп китһәк йә икмәктең ҡырҙарын ташлаһаҡ, йә ҡалған ашыбыҙҙы эткә бирһәк, “тамаҡ ҡәҙерен белмәгәндәр!” тип һуҡранып-һуҡранып алғанын яҡшы хәтерләйем. Ә бер ваҡыт балтырған йыйып алып ҡайттыҡ та, эҫе ҡояштан ҡасып, өйгә инеп ашарға керештек. Ҡарт өләсәйгә лә әрсеп бирҙем. Ул өндәшмәй генә алды ла бер нисә бөртөк теше менән сәйнәргә тотондо. Шул мәл уның күҙҙәренән йәштәре аға башлауын күрҙем. Аптырап, балалар вайымһыҙлығы менән, мин: “Әллә әсеме?” — тип һорап ҡуйҙым. Фотоларға ҡарап, хәҙер инде мәрхүм ҡарт өләсәйем ниңә беҙҙе әрләгәнен дә, балтырғандың тәме түгел, ә ул алып килгән хәтирәләрҙең әсе булғанын да аңлайым. Ас йылдар алыҫ-алыҫта ҡалһа ла, өҫтәл ризыҡтан өҙөлмәһә лә, күрәһең, ҡарт өләсәйемдең һәм уның кеүек миллиондарҙың йөрәгендә йот йылы онотолмаҫлыҡ яра ҡалдырған.

“Тыныс ҡына үлергә бирегеҙ...”

Ҡарт өләсәйемдең ҡаты аслыҡ тураһында һөйләгәнен хәтерләмәйем. Әммә 1921, 1922 йылдарҙың гәзиттәрендә ул ваҡиғалар бик яҡшы һүрәтләнгән. Бына, мәҫәлән, был ҡот осҡос ваҡиға тураһында 1922 йылдың 21 ғинуарында “Правда” гәзите яҙа. Йән өшөткөс яҙма аслыҡ кешене үлемгә ҡыуанырға мәжбүр итеүе хаҡында:
“Юлдан ял итеп, йылынып, тамаҡ ялғап алырға тип, бер бәләкәй генә төпкөл ауылға һуғылдыҡ (ред. — хәбәрселәр). Үҙебеҙ менән аҙыҡ-түлегебеҙ бар, мөйөш кенә табырға ҡалды. Күҙгә эленгән тәүге өйгә килеп индек. Урындыҡта бер йәш ҡатын ята, ә иҙәндә, өс мөйөштә — өс бала. Ҡапыл бер ниҙә аңламай хужабикәнән самауыр ҡуйыуын һорайбыҙ.
— Үҙегеҙ ҡуйығыҙ, минең хәлем юҡ, — ти ҡатын, саҡ ишетерлек тауыш менән.
— Ауырыйһыңмы әллә?
— Ун беренсе көн бер ни ашағаным юҡ...
Ҡурҡыныс булып китте. Иғтибарлап ҡараһаҡ, балалар ҙа саҡ тын алып, хәлһеҙләнеп ята. Ҡул-аяҡтары бәйле.
— Балаларың менән ни булды? Һау түгел­дәрме?
— Сәләмәттәр. Ун көн ашағандары юҡ...
— Ә кем уларҙы мөйөшкә ташланы, етмәһә ҡул-аяҡтарын бәйләне?
— Мин үҙем шундай хәлгә еттем. Дүртенсе көн ашамағас, бер-береһен тешләй башланылар. Шуға бәйләнем дә бер-береһенән алыҫҡараҡ һалдым.
Балаларҙың хәлен күреп, беҙ шунда уҡ үҙебеҙгә тигән ризыҡтарҙы сығара башланыҡ. Әммә ҡатын бар көсөн йыйып, урындығынан төшөп, ­беҙҙең алда тубыҡланды һәм илам­һыраған тауыш менән икмәктәрҙе кире йәше­реүебеҙҙе, балаларына күрһәтмәүҙе үтенде. Был әсәне әрләге килде. Әммә ул:
— Улар ете көн ауырыны ла, һуңынан тыны­сыраҡ булып ҡалды, хәҙер бер ни тоймайҙар, — тип иланы. — Тыныс ҡына үлергә бирегеҙ. Хәҙер ашат­һағыҙ, хәлдәре яҡшыра, ә аҙаҡ тағы ете көн ыҙалаясаҡтар, бер-береһен тешләй башлай­ҙар... Иртәгә лә, бер аҙнанан да уларға башҡа бер кем дә тамаҡ бирмәйәсәк. Ыҙалат­мағыҙ уларҙы. Сығып китегеҙ, тыныс ҡына үлергә бирегеҙ...
Өйҙән йүгереп килеп сыҡтыҡ һәм тура ауыл советына юлландыҡ. Ярҙам һораныҡ. Яуап ҡыҫҡа булды:
— Икмәк юҡ, астар күп. Бөтәһенә түгел, хатта ҡайһы берәүҙәргә лә ярҙам итә алмайбыҙ”.

“Ябай халыҡты талайҙар...”

Егерменсе быуаттың башы илебеҙ өсөн үтә ауыр була. Революциялар, Беренсе донъя һуғышы, власть өсөн туҡтауһыҙ көрәштәр... Барыһы ҡар өйөмө кеүек йыйылып килеп, 1921 йылда ябай халыҡтың һәм крәҫтиәндәрҙең башына барып төшә. Шулай итеп, Ҙур аслыҡ 1921 йылда башлана. Дөрөҫөрәге, иң юғары кимәленә етә. Йәй ҡоро булыу арҡаһында уңыш бөтөнләй тиерлек уңмай. Халыҡ икмәкһеҙ ҡала. Айырыуса малсылыҡ менән көн итеп, йәшелсә үҫтермәгән, ер менән булышмаған башҡорттарҙың хәле ҡатмарлаша. Мал ярҙамында ҡыш үткәрерҙәр ине, әммә Граждандар һуғышы был мөмкинлекте лә ала. Шул йылдарҙа ут эсендә янған, яу яланына әүерелгән башҡорт ерҙәрен аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа аяуһыҙ талай. Тәүҙә аҡтар яғында булғаны өсөн ҡыҙылдар террорына эләкһәләр, аҙаҡ ҡыҙылдарға күнгәндәре өсөн аҡтар ҡорбанына дусар була халыҡ. Ике яҡ та, кешеләрҙе уйламай, уларҙан һорап та тормай, малдарын ҡыуып алып китә. Ауылдарҙа йорт хайуандары һаны ҡырҡа кәмей. Башҡорт ғәскәре ҡыҙылдарға күскәс тә, уларҙы шунда уҡ тыуған ерҙәренән ситкә ташлайҙар. Башҡорт ауылдары яҡлаусыларһыҙ ҡала.
Туҡтауһыҙ талауҙарҙан ыҙа сиккән халыҡ тураһында урындағы хөкүмәт Ленинға һәм Троцкийға ошоларҙы яҙа: “Көн һайын башҡорт­тарҙың ауыр хәле тураһында хәбәрҙәр килә, бигерәк тә тау-завод райондары халҡы ыҙалай. Артҡа сигенгән аҡ гвардия тарафынан ауылдар яндырылған. Хужалыҡтар бөлгөнлөктә, мал алып ҡасылған. Кешеләр сер яланғас. Бар көсө менән тиф һәм аслыҡ ҡотора – халыҡ ҡырыла”.
Совет хөкүмәтенең сәйәсәте лә кешеләр өсөн күтәргеһеҙ булып сыға. Һалым өҫтөнән һалым ауыр йөккә әйләнә. Мал менән шөғөл­ләнгәндәрҙе лә 1920 йылда ер эштә­ренә көсләп күсерә башлайҙар. Продраз­верстканы мотлаҡ тапшырыуҙы ла талап итәләр. Халыҡтан бөтә уңыштарын тартып ала­лар, хатта орлоҡ та ҡалдырмайҙар. Һөҙөмтәлә мал да юҡ, келәттәр ҙә буш.
Тау-урманлы ерҙә йәшәүселәр эшһеҙ ҡала. Урмандарҙы, ерҙәрҙе милләтләштергәс, халыҡ үҙенең ғәҙәти шөғөлдәре — солоҡсолоҡ, ағас эштәре менән башҡаса булыша алмай. Аҡса юҡ икән – ашарға ла юҡ.
Быларҙан тыш, урындағы хөкүмәт тә башта хәлде үҙ көстәре менән яйға һалыуҙарына ыша­нып, өҫтән ярҙам һорамай. Хәл ҡатмарлашҡас, Мәскәүгә хәбәр итә башлайҙар, әммә барыбер ярҙам килмәй.
Тәбиғәт шарттары, ваҡытында ярҙам бирмәү­ҙәре, сәйәсәт, Граждандар һуғышы эҙемтәһе арҡаһында аслыҡ оло бер фажиғәгә әүерелә.

“Ауылдарҙа кеше ашаусылар ҙа булды...”

Аслыҡ йылдары Маслоу пирамидаһын хәтерләтте. Маслоу кешенең ихтыяжын биш кимәлгә бүлә: туҡланыу, хәүефһеҙлек, кешеләр менән мөнәсәбәттәр (аралашыу, яратыу), башҡаларҙың хөрмәт итеүе, ижад һәм матурлыҡ. Тормош яҡшыраҡ булған һайын кеше юғарыраҡ кимәлгә менә. Тимәк, ас саҡта һин ижад һәм матурлыҡ хаҡында ғына түгел, хатта үҙеңдең хәүефһеҙлегеңде уйламайһың. Бына аслыҡ йылдарында ла халыҡ хайуан кимәленә төшә, улар өсөн туғанлыҡ, мөхәббәт кеүек изге хистәр юғала, ҡанун, әхлаҡи сиктәр тулыһынса юйыла.
Кешеләр йәйле-яҙлы, хатта көҙгөһөн дә ниндәйҙер үләндәр менән туҡлана алһа, ҡыш көнө ғүмер тамуҡҡа оҡшай башлай. Аслыҡтан интеккәндәр ауыҙына бер йотом ризыҡ алыр өсөн барыһына әҙер. Кешене, кешенең үләкһә­һен ашау ғәҙәти күренешкә әйләнә. Яңы күмелгән ҡәберҙәрҙе кире ҡаҙып алалар, ата-әсәләр өлкән балаларын ашатыу өсөн кеселә­рен үлтерә, аҙаҡ үҙҙәре өлкәндәрен ашай... Яңғыҙ юлсыны ла тотоп алып үлтерәләр. Кешеләр күпләп юғала, әммә уларҙы эҙләп тороусы ла булмай. Хатта Стәрлетамаҡ баҙа­рында кеше ите һатҡандар.
Хәҙерге Баймаҡ районынан сыҡҡан сәсән Шәһәрғази Ғәбдиев яҙмаларында ла кеше ашау телгә алына: “ …1921 йылға инеү менән фажи­ғәле көндәр башланды. Ашарға ризыҡ етешмәне. Кешеләр ҡайын бөрөләрен, ағас ҡайырыларын иҙеп, кибеп ятҡан һөйәктәрҙе онтап, иҫке тиреләрҙе ебетеп, бешереп ашаны. Эт-бесәйҙәр ҡалманы. Хатта ауылдарҙа кеше ашаусылар ҙа булды. Ундайҙарҙы судһыҙ-ниһеҙ урам буйлап туҡмап алып йөрөп үлтерҙеләр. Күптәр тотош ғаиләләре менән һәләк булды. Хатта ҡайһыларҙың нәҫел ебе лә өҙөлдө. Бер көндө, үлгән әсәһенең имсәген ҡапҡан көйө үлгән сабыйҙы күреп, тетрәндем. Ниндәй ҡыҙғаныс! Мәйеттәрҙе утын һымаҡ өйөп, ҡораллы ҡарауыл­сы ҡуйып, келәттәрҙә һаҡла­нылар, сөнки ас кешеләр ашар өсөн урлайҙар ине. Яҙ еткәс, уларҙы йөҙәрләп тәрән соҡорға күмделәр “.
Заманына күрә юғары вазифа биләгән Саҙиҡ Чанышев хәтирәләрендә Баймаҡ районында теркәлгән кеше ашау миҫалын килтерә: “Күп­селек башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың малы аҙ булды. Берҙән-бер туҡланыу сығанағы булараҡ, малдар ҙа тиҙ юҡ ителде. Уларҙың күпселеген ҡыҙыл һәм аҡ ғәскәрҙәр ҡыуып алып китте. Астан интеккәндәр эттәр менән бесәйҙәрҙе һәм башҡа йән эйәләрен ашай башланы. Урлауҙар артты. Кеше ашау хәлдәре лә булды. Мәҫәлән, Юлыҡ мәктәбенең элекке һаҡсыһы Мөтәғәр улы менән ике ҡыҙын ашаған һәм өсөнсө ҡыҙын үлтергәс, тотола. Кеше ашаусыларҙы, сит кешенең малын һуйыусыларҙы уҫалланған һәм ҡанһыҙланған кешеләр үлгәнсе туҡманы, властар бының өсөн язаға тарттырманы. Ҡышҡы юл ҡырҙарында кеше үләкһәләрен күрергә була ине. Күптәр Темәскә етеп, кантон учреждение­ларында ярҙам алырға тип өмөтләнеп китеп барғандар һәм юлда уҡ үлгәндәр...”
Халыҡ, ысынлап та, күпләп үлә. Өфөлә аслыҡтан интеккән кешеләр урамда уҡ ятып ҡала. Башҡалар, әйбер етмәгәнлектән уларҙың баш, өҫ кейемдерен, итектәрен сисеп, үҙҙәренә ала. Шул сәбәпле аслыҡ менән бергә тиф кеүек ауырыуҙар ҙа тарала.

“Бер кем дә уларҙың ыңғырашыуҙарын ишетмәй...”

Кешеләрҙең ауыр яҙмыштары тураһында күп кенә яҙыусылар ҙа яҙып ҡалдырған. Дауыт Юлтый Тоҡ-Соран кантонының хәлен ошолай һүрәтләй: “27 ғинуар (1922 йыл) тыуған ауылым Юлтыйға килдем. Тотош ауылға, исмаһам, бер эт тә, бер бесәй ҙә юҡ: бөтәһен дә ашағандар... Балалар йортона инеп сыҡтым. Уны ташландыҡ кәртә тип атарға була, бысраҡ, балалар ас, иҙәндә яталар, бөтәһе лә шешенгән, ике көн мейес яҡмағандар, тыштағы кеүек һыуыҡ...
Муса ауылында көнөнә 150 – 200 кеше аслыҡтан үлә. Ә ауыл бай ине... Орлоҡтар юҡ. Дәүләттән 30 мең бот вәғәҙә ителгән, был көҙҙән һөрөлгән ерҙең дүрттән бер өлөшөнән дә кү­берәк­кә етмәйәсәк...”
Мәжит Ғафуриҙың яҙмаларынан иҫең китер: “Тамъян-Ҡатай кантонында ниҙәр булғанын һүҙ­ҙәр менән генә һүрәтләп булмай. Тотош ғаилә­ләр аслыҡтан үлә... Өйҙәрендә бикләнеп, ялан­ғас ултыралар, әйтерһең, ҡырағай халыҡ. Он һәм икмәк тураһында хәтерләмәйҙәр. Разверст­канан һуң ҡалған малдар ҙа ашалып бөтөлгән. Мотлаҡ һалымдар уларҙың муйындарын быуыуын дауам итә; разверстканы көсләп түлә­тәләр. Кемдең түләрлек хәле юҡ, һуңғы әйбер­ҙәрен һата һәм шулай бурыстан ҡотола. Күптәр ҡыш буйы тик ағас ҡабығы менән туҡланған... Ҡайһылары балаларының аслыҡтан илауҙарын ишетмәҫ өсөн, уларҙы ҡара урманға алып барып, шунда үлергә ҡалдыра. Был бахыр­ҙарҙың бер ниндәй ҙә өмөттәре юҡ... Кешелекле сифаттар ҙа тапмаҫһың, рухтары һынған. Байғош бәндәләр хайуан кимәленә төшкән, нимә эләгә – шуны ашайҙар һәм үлемдәрен генә көтәләр. Әгәр былай дауам итһә, барыһы ла үләсәк. Бер кем дә уларҙың ыңғырашыуҙарын ишетмәй, бер кем дә ярҙам ҡулы һуҙмай... Урал төпкөлөндә йәшәгән халыҡтан тик исеме генә ҡалыр, бәлки...”

“Ниңә хөкүмәт ярҙам итмәй?..”

Совет власы әллә нисә тапҡыр Волга буйында башланған аслыҡ тураһында хәбәр ала.
Сәйәсәт эшсеһе, депутат Тимофей Седельников, аслыҡ юғары кимәлгә еткәнгә тиклем үк, Троцкийға ошолай мөрәжәғәт яҙған: “Хөрмәтле иптәш Лев Давидович! “Баш ҡала­лар”ҙа был һуғыш барған мәлдә, тегендә, урман төпкөлдәрендә, башҡорт халҡы тифтан, аслыҡ­тан тыныс ҡына, өнһөҙ генә, геройҙарса үлә. Уйлауымса, башҡорт­тарҙың иң кәмендә 25 – 30 проценты был ҡышта теге донъя­ға киткән. Был тауышһыҙ трагедияны күреп, бар йөрәкте ҡурҡыныс биләй”.
Әммә бер кем ярҙам күрһәтергә ашыҡмай. Гәзиттәрҙә лә был турала башта яҙып бармай­ҙар. Аслыҡ стихиялы түгел, ә яһалма, тигән фекерҙәр ҙә тарала. Күптәр был халыҡтың һанын кәметергә йүнәлтелгән сәйәсәт, тип иҫәпләй. Әммә быға бөгөнгө көнгә тиклем бер дәлил дә табылмаған.
1921 йылдың йәйендә халыҡ баш күтәреп тә ҡарай. Өмөттәре һүнгән кешеләр бәләлә ком­мунистарҙы, совет эшселәрен ғәйепләп, уларҙы үлтерә, складтарҙы ҡутарып, унан аҙыҡ-түлек урлай башлай. Инде күҙ йомоп булмағас, власть ярҙам ҡулы һуҙа, әммә аслыҡты үҙ файҙаһына ҡулланыр өсөн генә: халыҡты туҡландырабыҙ, тип сиркәүҙәрҙе талауҙар башлана. Тик сиркәү­ҙәрҙән килгән килемдең күбеһе донъя рево­люция­һын агитациялауға Англияға, Францияға, Герма­нияға ебәрелә. Дәүләт 1922 йылдың июле­нә бары тик 1,5 миллион кешене генә аҙыҡ менән тәьмин итә.
Дәүләт ярҙам итмәһә лә, йәмғиәт тыныс ҡала алмай. Мәҫәлән, Максим Горький сит илдәргә мөрәжәғәт итә:
“Мин – августа — аслыҡтан үлеп барғандар файҙаһына агитация өсөн сит илгә барам. Улар һаны 25 миллионға етә. 6 миллион тирәһе ауылдарҙы ташлап китеп, ҡайҙалыр юл тотҡандар. Һеҙ был нимә икәнен күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ырымбур, Силәбе һәм башҡа ҡалалар тирәһендә — астар таборы. Башҡорттар үҙҙәрен һәм ғаиләләрен яға... Балалар меңәрләп үлә. Алатарҙа мордва балаларҙы Сура йылғаһына ташлаған”.
Ярҙамға капиталистар – Америка килә. АРА (“Американская Администрация помощи”) тигән ойошма ас халыҡҡа аҙыҡ-түлек, медикаменттар, кейемдәр ебәрә. 1921 йылдың көҙөндә тәүге поездар юлға сыға. Шулай уҡ Американың хөкүмәте СССР-ҙа аслыҡтан интеккән кешеләргә аҙыҡ-түлек алыр өсөн, ул заманға ҙур ғына сумма, 20 миллион доллар бүлә. Өфө губернаһының һәм Бәләкәй Башҡортостандың яртыһынан күберәген АРА туҡландыра.
Әммә төпкөл, тимер юл ғына түгел, яҡшы юлдар ҙа булмаған башҡорт ауылдарына ярҙам тиҙ килеп етмәй. Улар, әйтерһең, һаман, өнһөҙ генә үлемдәрен көтөүҙәрен дауам итә. Ярҙам килеп еткәнсе, иҫәпһеҙ халыҡ ҡырыла.
1921—1922 йылдарҙа Башҡорт республикаһында һәм Өфө губернияһында йәшәүселәрҙең 90 проценты аслыҡтан интегә. Был биләмәләрҙәге халыҡтың 26 проценты үлә. Ошо ваҡиғаларға шаһит булған журналистар Башҡорт республикаһы менән Волга буйындағы аслыҡты сағыштырғанда, айырма ер менән күк араһы кеүек, тип яҙа Башҡорттарҙың һаны 29 процентҡа кәмеһә, рус халҡының һаны – 16-ға. Был башҡорттарҙа ер эшкәртеү һәм баҡсасылыҡ үҫешмәүе менән аңлатыла. Милләтебеҙ һаны шул йылдарҙа ике тапҡырға кәмей: 1897 йылда кеше иҫәбен алғанда башҡорттарҙың һаны 1 320 000 булһа, 1926 йылда ни бары 712 000 тәшкил итә.
Ҡарт өләсәйемдең мал ҡайтҡанда тәҙрәгә ҡарап, йыш ҡына ауыҙ эсенән көйләп шыбырлағаны иҫтә. Ул хөкүмәттең халҡына ҡарата вайымһыҙлығы ла, тәбиғәт стихияһы ла ҡорбаны: “Аслыҡ йылы алабута аш ҡына, алтын-көмөш таш ҡына”, — ти ине. Ҙур аслыҡ – тарихыбыҙҙа бер ваҡытта ла булмаған, үлемде ҙур бүләккә әйләндергән оло афәт. Үләнде генә түгел, кешене лә ашарға мәжбүр иткән йылдар үткәндә генә ҡалһын.


Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: