Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Август 2023, 10:29

Хәйләле эштә хәйер юҡ

Бөтә республикаға яҡшы таныш шәхестән СМС-хәбәр алдым. Ул мине бер сараға саҡырып яҙған.

Хәйләле эштә хәйер юҡ
Хәйләле эштә хәйер юҡ

Бөтә республикаға яҡшы таныш шәхестән СМС-хәбәр алдым. Ул мине бер сараға саҡырып яҙған. Был кеше үҙенең ижад кисәһен үткәрәлер тигән уй менән ризалаштым. Ошоно күҙ уңында тотоп, бүләк тә әҙерләп ҡуйҙым. Тәғәйенләнгән ваҡытынан алдараҡ барһам, ҙур ғына залға башлыса минең йәштәге кешеләр йыйыла башланы. Араларында халыҡҡа киң таныштары ла байтаҡ ине. Артистар, йырсылар, шағирҙар, хатта Дума депутаты ла. Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙың күпселеге өс бала ата-әсәһе ине. Сара башланыуға ҙур зал халыҡ менән шығырым тулды. Урын етмәгәндәргә баҫып торорға тура килде. Кемдер сараны телефонына видеоға төшөрә...

Иғтибарлы уҡыусы аңлағандыр – күпселеге совет тәрбиәһе алған булыуына ҡарамаҫтан, был кисәгә нисек тиҙерәк байырға теләгән кешеләр йыйылғайны. Үҙемдең бер ҡатлылығым арҡаһында бында килеп эләккәс, сираттағы аферистарҙың аҡса “эшләй” торған кисәһендә ҡатнашҡанымды аңлаһам да, саҡырған таныштарымды рәнйетмәҫ өсөн, әҙерәк ултырырға тура килде. Һуңыраҡ һылтау табып, сығып тайҙым. Күңелемде мине саҡырған кешеләрҙең киң матбуғат сараларындағы ошондай кәсепкә ҡаршы йүнәлтелгән сығыштарым менән таныш булмауы ҡырҙы-ҡырыуын.
...Ә ошо көндәрҙә билдәле журналист Мәскәүҙә уҡып белем алған “йәш бизнесмен” менән әңгәмә ҡорҙо. Был яҡташыбыҙ ҙа халыҡҡа үҙенең тәжрибәһе тураһында бәйән итте. Шуның һымаҡ төрлө тренингтар үткәне, төрлө дәүләттәр буйлап сәйәхәт иткәне тураһында һөйләгәндә “креатив егеттең” әллә ни ҙур ҡаҙаныштары булмауы асыҡланды. Әммә хәбәрсе быға иғтибар бирмәне. Тапшырыуҙың “геройы” ла тура яуаптан ситләште. Бер башлаған бизнес-проекты ла уңышлы тамамланмаған булып сыҡты. Һәр яңы тренинг, коучинг ни бары “уның аңын, фекерләү кимәлән арттырған” ғына икән. Ата-әсәһенең аҡсаһын бушҡа туҙҙырып йөрөгәнен ул аңлап та етмәне. Еңел йәшәүсенең ауырлығы башҡалар елкәһенә төшә шул.
Төрлө “селтәр маркетингына” йәлеп итергә тырышҡан таныштарымдың, хатта туғандарымдың иҫәбе-һаны юҡтыр. Уларға аҡсаны хәләл көс, тир түгеп кенә табып булғанын да, был шөғөлдәренең яҡшыға алып бармауын да аңлатып, береһен дә кире күндереп булмай. Киләсәктә үҙҙәренең дуҫ-туғандары менән дошманлашып бөтәсәге лә уларҙы бынан туҡтатмай.
Дөрөҫөн әйткәндә, эшҡыуарлыҡ һәләте һәр кемгә лә бирелмәй. Ул кешенең яҡынса 3 – 4 процентында ғына була. Талантһыҙ кешенән эшҡыуар яһап булмайҙыр. Һәр кем дә аңлайҙыр: кешегә, мәҫәлән, музыка теория­һын өйрәтергә мөмкин­дер, ә унан мотлаҡ йыр, опера яҙыуын талап итеү – ахмаҡлыҡ. Был һәр кем өсөн дә аңлашыла. Фи­зик-теоретик электр то­гы­ның нисек барлыҡҡа ки­ле­үен яҡшы белә, әммә уның ябай розетканы ре­монт­лай алмауы ла бар.
“Тиҙ һәм еңел байыу” – баҙар иҡтисадының идефиксына әйләнде. Хәҙер­ге ҡайһы бер йәштәргә эш­ләмәйенсә генә аҡса табыу мөмкин түгеллеген, күпме генә тырышһаң да, аңлатып булмай. Улар һинең бөтә дәлилдәреңде күрә­ләтә инҡар итә, ҡай­һы саҡта былар ниндәй­ҙер сихыр, гипноз аҫтында түгел микән, тип шик­ләнеп тә ҡуям.
Ябай ғына миҫал да килтереп ҡарайым. Мәҫәлән, кемдер 100 һумға тауар һатып алды, ти. Уны ул икенсе кешегә 120 һумға һата ла үҙенә 20 һум аҡса эшләй. Был киң таралған алым һәр кем өсөн дә яҡшы таныш. Ошо өҫтәмә 20 һумдың ҡайҙан һәм нисек барлыҡҡа килеүен асыҡлай башлаһаң, студенттарҙың башында ниндәйҙер ступор башлана. Икенсе кеше был тауарҙы, үҙ сиратында, 140 һумға һата аламы, тип һорау бирһәң, был уларҙы аптыратмай – әлбиттә, мөмкин, тиҙәр. Ә был бәндә, уны 160 һумға һата аласаҡ икәненә йәштәр икеләнмәй. Был тауарҙың хаҡын 1000 һумға еткереп булыуы ла шик тыуҙырмай. Тимәк, ҡәләмде “Мерседес”ҡа еткереп була, тиһәм, әлбиттә, тип яуаплайҙар.
Ни өсөн башҡалар, беренсе кеше һымаҡ, был тауарҙы 100 һумға һатып алмайҙар, тип һораһам, уларҙың бындай мөмкинлеге юҡ, тип яуаплайҙар. Конкуренция шарттарында айырым кешенең бындай монополь хоҡуғы юҡ икәнен улар аңларға ла теләмәй. Бының өсөн улар “һәр кемдең эшҡыуарлыҡ көсөнә ышана”. Ни өсөн беренсе алыпһатар 100 һумға һатыр урынына, икенсе партнеры һымаҡ 140 һумға һатмай, тиһәң, уның мөмкинлеге юҡ, тиҙәр. Һәр сираттағы алыпһатарҙың 20 һум табышы ҡайҙан барлыҡҡа килә, тип һораһаң, “күктән төшә”, тиергә тартынмайҙар. Был 20 һумдың сираттағы һатып алыусының кеҫәһенән сыҡҡан хәләл аҡсаһы икәненә йәштәрҙе бер нисек тә ышандырып булмай. Алыш-бирештә башлыса биреүсе ота шул. Һәр алыпһатарҙың табышы ысынында кемдәндер сауҙагәрлек оҫталығы “тартып алынған” бай­лы­ғы булып тора. Ә эшлә­мәй табыу урлашыуҙың синонимы булып тора.
Бында уңыштың осраҡ­лы рәүештә кемгәлер “йылмайыуы” мөмкин – ул 100 һумға һатып ал­ған тауарын 120 һум уры­нына 200 һумға һа­тып, кинәт байып китәсәк. Әммә конкуренция тиҙ ара­ла уның был өҫтөн­лө­гөн юҡҡа сығарып, банкротлыҡҡа төшөрәсәк. Һәр ауылда быны күрергә мөмкин: бынан бер нисә йыл элек күпләп асылған магазин-киоскыларҙың байтағы ябылды.
Ошо “ҡапыл һәм еңел байыу” мөмкинлеге ябай кеше нәфсеһен ылыҡтырып тороусы “ем” булып хеҙмәт итә лә инде. Быны яҡшы аңлаған төрлө финанс консультанттар, коучтар, “шәхси үҫеш тренерҙары” өсөн бизнес төрөнә әйләнә лә китә. Уларҙың төп маҡсаты булып халыҡты ошо еңел байыу ысулдарына “өйрәтеү” тора ла инде.
Бындай тиҙ байыу мөмкинлектәрен, мәҫәлән, казино, тотализатор, лоторея билеттары ла бирә. Әммә бының башлыса осраҡлы отош икәнен аңлаған кеше өсөн улар төп йәшәү сығанағы була алмай. Бында отоштоң ҡайҙан килгәне –башҡалар түләгән аҡса – күренеп тора. Ә сауҙа, финанс тармаҡтарында алынған табыштың производствола барлыҡҡа килгәне күренмәй. Шуның өсөн ошо бизнес-тренерҙар ябай халыҡты уларҙа (һәр кемдә) эшҡыуарлыҡ һәләте бар, тип ышандырырға тырыша ла инде. Бының өсөн махсус рәүештә кемдеңдер тиҙ байып китеүе хаҡында ниндәйҙер легенда уйлап сығарыла. Был “актер” йыйылған публикаға үҙенең уйҙырма тарихын һөйләп, һәр кемдә тиҙ байып була тигән өмөт тыуҙыра. Уның ниндәй “текә” машинаһы, телефоны һ.б. бар, ҡайҙа ял итергә йөрөй – барыһы ла башлыса буш һүҙ генә булып тора. Улар ата-әсәләре һымаҡ иртәнән кискә тиклем эшләмәйенсә генә матур йәшәйҙәр, имеш. Был “алдаҡҡа” гарант формаһында төрлө билдәле шәхестәр саҡырыла, улар ҙа, йәнәһе, был бизнес-проектта ҡатнашып, файҙа алған.
Ошо мистификацияға ышаныу бының һымаҡ башҡа тренингтарҙы тыуҙыра ла инде. Бөгөн бында халыҡты төрлө ауырыуҙарҙан аҙна эсендә дауалап була, тип ышандырыуы бер ни тормай. Йәки ике-өс сеанс эсендә эскене, тәмәке тартыуҙы ташлатып була. Йәки “тәмле һәм күп итеп ашап та, ябығып булыу” серҙәрен асалар.
Тәүҙә бушлай, шунан һуң бер-ике мең һумлыҡ семинар-тренингтар, ә шунан һуң тағы ла ҡыйбатыраҡтарына йөрөтөү (“осһоҙо һеҙҙең кеүек һәләтле кеше өсөн түгел”) – был бизнесмендарҙың төп маҡсаты. Төрлө “тормош стратегияһын төҙөү”, “үҙеңде ҡулға алыу”, “үҙеңдең эске булмышыңды асыу” һымаҡ матур маҡсаттар менән үҙеңдең йәки туғандарыңдың аҡсаһын түләп, кәмәңдең ҡомға килеп терәлгәнен аңлау өсөн киткән ваҡыттың бик оҙаҡҡа һуҙылыуы ла мөмкин. Төрлө финанс пирамидалары, криптовалюта, биржала уйнау кеүек саралар ҙа ошо “тиҙ байыу”ҙы күҙ уңында тота. Был бизнесмендар яҡшы белә: аҡсаның һыуға һалынғаны ла, елгә осҡаны ла уларҙың кеҫәһенә ҡунырға тейеш.
Был тренинг, семинар һәм мастер-кластарҙың кемгәлер фәтүәһе булыуы ла мөмкин. Бындай сос замандаштарыбыҙ беҙҙең арала ла етерлек. Улар бында бик оҫтарып алды: республикала ниндәйҙер яңы “бизнес” барлыҡҡа килеүен һағалап ҡына йөрөйҙәр. Был финанс пирамидаһының башында урын алып ҡалыуҙың бик отошло икәне уларға яҡшы мәғлүм. Улар был “бизнестың” халыҡтың күпселеге өсөн тик ваҡыт, аҡса туҙҙырыу формаһы ғына икәнен яҡшы белә. Тағы ла таныштарын ошоға йәлеп итеп, яҡшы аҡса эшләп ҡалалар.
Был күренештең киң таралыуына баҙар идеологияһы ла, рәсми пропаганда ла булышлыҡ итә. Беҙ – совет балалары – матди байлыҡтың ҡайҙан килгәнен белеп үҫтек. Дәүләт гербындағы ураҡ һәм сүкеш юҡҡа торманы, бөтә байлыҡты ябай хеҙмәт кешеһе (эшсе һәм крәҫтиән) булдырғанын аңлап та йәшәнек, аңлатып та торҙолар. Хәҙергә йәмғиәттә беҙ ошо кешеләр бар икәнен дә белмәйбеҙ. Хатта рәсми статистикала был мәғлүмәтте табыуы еңелдән түгел. Сәнәғәт, төҙөлөш тармаҡтарында эшләгән яҡынса 27 миллион эшсе һәм 4 – 6 миллион ауыл, урман хужалығында тир түккән хеҙмәткәрҙәр барлығын хәҙергә йәш быуын белмәй ҙә, күрмәй ҙә.
Шул уҡ Сергей Мавродиҙы ғына алып ҡарайыҡ. Башта ул миллионлаған совет кешеһен МММ акцияларын һатып алданы, шунан уларға уҡ МММ билеттарын һатты. Аңра һарыҡ һымаҡ беҙҙең халыҡ уның “МММ-2012” тигән ауына эләкте. Шунан һуң донъя кимәленә сығып, МММ-GLOBAL проекты менән Африка халҡын һемәйтте.
Халыҡтың “һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала” тигәнен бөтөнләй оноттоҡ. Тик үҙеңдең хәләл көсөң менән тапҡан малдың ғына бәрәкәте була. Бер хәҙистә “Әгәр тәндәрегеҙҙе хәрәм ризыҡ менән йыйһағыҙ, ҡиәмәт көнөндә ошо тәндәрегеҙ тамуҡ уты өсөн утын булыр” тиелгән. Хәрәмдән килгән аттан хәләлдән килгән әтәс яҡшы шул. Бында беҙгә “бушлай килгән мал булмаҫ” икәнен онотмаҫҡа ине – кемдеңдер байыуы мөмкин, әммә уның отҡан аҡсаһы – уның ошо бизнесҡа йәлеп иткән кешеләрҙеке генә була. Быны лоторея йәки казинола отҡан аҡса менән сағыштырып була – отош аҡсаһы ошонда билет йәки жетон өсөн түләнгән сумманың бер өлөшө генә бит. Тимәк, бының һымаҡ “отош уйындарында” ҡатнашыусы һәр кем аңларға тейеш: ул, ысынында, бизнес менән шөғөлләнмәй, ә тик рулеткала уйнай ғына. Ә унда, казино менән лотореянан айырмалы, алда торғандар ғына ота ала.

Илдар ҒӘБИТОВ.

Автор:
Читайте нас: