Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Август 2023, 22:26

Йырлай-йырлай бал һыға

Уның тәүге һөнәре умартасы икәнлеген күптәр белмәйҙер әле.

Йырлай-йырлай бал һыға
Йырлай-йырлай бал һыға

Фотоһүрәттә - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының “Миләш” халыҡ вокал ансамбле етәксеһе, йырсы һәм һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы Илбәкова. Уның тәүге һөнәре умартасы икәнлеген күптәр белмәйҙер әле.

Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы оҙаҡ йылдар туғандарына ҡортсолоҡ буйынса ярҙам итә, үҙенең дә умартаһы бар. Йәй көнө ул йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Ғәлиәхмәт ауылындағы йортона ҡайтып, ҡортсолоҡ “утрауы”нда нәҙекәйбилдәр менән мәж килә. Күңелендә яңы йыр-моңдар ярала, ижадҡа дәрт ала.

— Ысынлап та, мин дипломлы умартасымын. Өфө районының Михайловка һөнәрселек училищеһын тамамланым. Уҡыған саҡта Нуриман, Благовещен райондарында ҡортсолоҡ буйынса практика үттем. Тәүге күс айырыу, умартаны нисек асыу, ҡорттарҙы нисек ҡарарға икәнлеген тап шул уҡыған ваҡытта өйрәндем. Диплом алғас, Хәйбулла районына умартасы булып эшкә ҡайттым. Ауылдың умарталарын ҡараным, 70 кенә умарта ине, эш хаҡы ла бик түбән булды. Йыр-моңға ҡарата һөйөүем көслөрәк булғандыр, көҙгә Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға индем. Шулай итеп, ҡортсо һөнәрем хәҙер тик ҡыҙыҡһынған шөғөл булып ҡалды,— ти Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы.

Әле умартасыларҙың иң ҡыҙыу мәле: тәүге балды һығып алалар. Быйыл уңыш ярайһы уҡ мул. Бал ҡорттары кеүек үҙе лә егәрле булғанға, йырсы һәм композитор Мәмдүҙә Илбәкованың йыл әйләнәһенә өҫтәленән бал өҙөлмәй, йырҙары яңғырап тора, “Миләш”тәре бер саранан ҡалмай, сығыш яһай.

Текст, фото: Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас: