Мәләүез районы Арыҫлан ауылы халҡы башҡорт халҡының данлыҡлы батыры Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йылға арналған тантанаға йыйылды. Сарала легендар геройыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн стела асылды.
Байрамға хөрмәтләп килгән мәртәбәле ҡунаҡтар сәхнәгә сығып телмәр тотто, тарихи үткәндәрҙең битен яҡтыртты.
Фото: "Көнгәк"