Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
29 Август 2023, 21:47

Һайларға мөмкинлек ҡалдырмаһалар

Һәр ваҡыт теге донъя хаҡында һөйләйҙәр, атай-әсәйҙе һанға һуҡмаҫҡа ҡушалар, туғандарҙан баш тартырға өгөтләйҙәр, ниндәйҙер билдәһеҙ, аңлайышһыҙ шәхестәр хаҡында телгә алалар, уларҙы күккә күтәреп маҡтайҙар, табыналар икән, шик уянырға тейеш.

Һайларға мөмкинлек ҡалдырмаһалар
Һайларға мөмкинлек ҡалдырмаһалар

Хәҙерге заманда кешеләрҙең аңы менән идара итергә тырышыусы, уларҙың йөрәктәренә үтеп инергә маташыусы төркөмдәр күбәйҙе.
Күңел тыныслығы, яҡындарынан аңлау таба алмағандар бындай ҡапҡандарға тиҙ эләгә. Һәр кемгә лә яратыу, иғтибар, терәк кәрәк. Бигерәк тә тормоштоң аңын-тоңон төшөнөп өлгөрмәгән йәштәргә ҡармаҡ һала “ҡара көстәр”.
“Ҡара көстәр” тигәндә секталарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Әммә ситтән ҡараһаң, уны секта тип әйтеп булмауы ихтимал. Тәү ҡарамаҡҡа бындай ойошмалар изгелек таратыусы, кешеләрҙе ауыр хәлдәрҙән ҡотҡарыусы һымаҡ күренә.

Латин теленән тәржемә иткәндә, секта –”йүнәлеш”, “фекерләү рәүеше”, “ялған тәғлимәт”, “ересь”, “шайка” тигәнде аңлата.
Секталар сафына баҫҡас, кеше ҡайҙа эләгеүен аңлап етмәй. Ни өсөн тигәндә, уға, ошоға тиклем күңеленә йылы етмәгән кешегә, барыһы ла иғтибарлы, матур мөнәсәбәттә һымаҡ тойола. Тәүге мәлдәрҙә үҙе өсөн ниндәйҙер файҙа ла алыуы мөмкин.
Сектаның төп билдәһе – кешегә матур вәғәҙәләр бирелә. Әҙәм заты барыһына ла тиҙ һәм анһат ҡына өлгәшкеһе килә, мөғжизәгә ышана бит. Бер нисә аҙымды эшлә һәм һин бәхетле булырһың, бар мәшәҡәттәрең юҡҡа сығыр, ожмахҡа эләгерһең тип ымһындыралар икән, бынан табанды ялтыратырға кәрәк.
Ысынлап рухи үҫешкә алып барған урындар буй етмәҫлек вәғәҙәләр бирмәй, сөнки кеше бер ҡасан да тиҙ генә үҙгәреп китә алмай. Тәбиғи, үҙе үҙгәрмәгәс, тормошо ла шул кимәлдә ҡала бирә. Был көн кеүек асыҡ. Әҙәм заты яйлап, эҙмә-эҙлекле рәүештә, аҙымлап үҙгәрә ала. Бының өсөн тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ, һығылмалы булыу, алдынғы фекерләү, белемде арттырыу, ғәҙәттәрҙе үҙгәртеү талап ителә. Ә сектала бер нисә йола үтәүҙән һуң барыһы ла икенсе төҫ аласаҡ, тип алдайҙар, ҡайҙалыр “барып ҡайтыу”, “фатирҙы һатып, кеше тупһаһында йәшәү ирекле, бәхетле итер” кеүек туҙға яҙмаған эштәр ҡушыла. Көндән-көн аңға шундай идеялар һеңдерелә. Бының өсөн ялҡынлы лекциялар, сағыу китаптар, төрлө ҡыҙыҡтырыу алымдары ҡулланыла.

Беҙ генә дөрөҫ юлда,
ҡалғандар яңылыша…

Һәр ваҡыт теге донъя хаҡында һөйләйҙәр, атай-әсәйҙе һанға һуҡмаҫҡа ҡушалар, туғандарҙан баш тартырға өгөтләйҙәр, ниндәйҙер билдәһеҙ, аңлайышһыҙ шәхестәр хаҡында телгә алалар, уларҙы күккә күтәреп маҡтайҙар, табыналар икән, шик уянырға тейеш.
Беҙ ерҙә йәшәйбеҙ, йәнебеҙ генә түгел, тәнебеҙ ҙә бар. Тимәк, үҙеңә йәшәр өсөн шарттар булдырыу, мөлкәтле булыу насар түгел, яҡшы йәшәргә ынтылыу алама сифат түгел. Балалар өсөн яуаплылыҡ, атай-әсәй, туғандар менән аралашыу – тәбиғи хәл. Быны һис кемдең дә тартып алырға хаҡы юҡ. Ниндәй генә идея һеңдерергә тырышһалар ҙа, ошоно бер ҡасан да оноторға ярамай.
Шулай уҡ, ошоно ла иҫтә тотоу мөһим: секталар бары тик беҙ генә хаҡлы, ҡалған йүнәлештәр яңылыша, башҡалар наҙан, артта ҡалған, гонаһлы, тип фекер йөрөтә. Бындай мәғлүмәт таратҡандарҙан да артҡа ла әйләнеп ҡарамайынса ҡасырға!
Ҡара көстәр иң тәүҙә кешенең аңын томалай, уға һайларға ирек ҡалдырмай, шунан күңеленә ҡурҡыу һала. Ҡурҡҡан кеше менән идара итеүе бик еңел. Ул нимә ҡушылһа ла күҙ йомоп башҡара, үҙенең башы менән йәшәмәй, уйламай, йөрәген тыңламай.

Ҡурҡҡан кеше менән идара итеүе еңел…

Секталарға үҙ фекере булған, уйлай белгән, ҡыйыу кешеләр кәрәкмәй. Радикаль диндәр, нацизм да быға миҫал.
“Диндәгеләр тамуҡ менән ҡурҡыта, тыныслығым юғалды, ни эшләргә лә бел­мәйем”, – тип мөрәжәғәт итте бер өлкән йәштәге ҡатын. Кәңәш һорай ине ул.
“Үҙеңде белһәң, бер нәмәнән дә ҡурҡма. Бер кем дә башҡаларҙың ниндәй икәнен баһалап, ожмахҡа йәки тамуҡҡа индереп ебәрә алмай. Үҙ күңелеңде үҙең генә беләһең. Яулыҡ ябынып, намаҙ ҡылып йөрөгәндә лә кеше бик бәхетһеҙ һәм эсе тулы хафа булыуы мөмкин.
Гонаһтарым күп тип уйлайһығыҙ икән, кемдең ҡасан һәм ҡайһы ваҡыт эсендә ярлыҡау алырын белеп булмай. Ғүмер буйы эскән кеше оҙаҡ йылдар ураҙа тотоусынан күпкә изгерәк булып сығыуы мөмкин. Беҙ, кешеләр, быны бер нисек тә белә алмайбыҙ. Юғары Көс кенә белә”, – тип яуап бирелде. Апай еңел һулап, күҙҙәрендә нур уйнап китеүгә ҡарағанда, был һүҙҙәр ярҙам итте, тип һанарға мөмкин. Ул, ысынлап та, динде бер яҡлы ғына аңлатыусылар тоҙағына эләгеп ике ут араһында ҡалған ине. Динде бары тик иректе сикләүсе, башты аҫҡа эйеп, өйҙән дә сыҡмай, өй мәшәҡәттәренә генә батып, көнө-төнө ҡурҡып ултырыу тип ҡабул иткән.
Сектант өсөн иң мөһиме – һуҡырҙарса ышаныу. Көтөү ҡайҙа бара, ул да шунда. Был билдәле рәссамдың картинаһын хәтерләтә, унда һуҡырҙар ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен юлбаҫарҙар артынан йырынға һөйрәй.
Әлбиттә, хәҙерге ваҡытта кешегә ысынлап файҙа килтергән остаздар ҙа бар. Барыһын да секта менән бер ҡалыпҡа һалыу дөрөҫ түгел. Бындай урындарҙа уҡытыусы үҙенең белгәндәре хаҡында һөйләй, юл күрһәтә, әммә һис кенә лә ҡурҡытмай, манипуляциялар ҡулланмай, аңды томаламай, һәр ваҡыт һайлау мөмкинлеге ҡалдыра. Алтын тауҙар һәм бәхетле киләсәк вәғәҙә итмәй. Ғәҙәттә, унда кеше аҙ йыйыла, әммә һан кимәле яйлап үҫә. Иң мөһиме, ихтыяр сикләнмәй, кеше үҙен ирекле итеп тоя.


Гөлсинә ЙОСОПОВА.

Автор:
Читайте нас: