Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
18 Сентябрь 2023, 12:05

Кемдәр аңлар хәлеңде, ауылдаш?

Ярай, яҙғаны шулдыр, тиһең. Ҡырауҙар үткәс, шифалы ямғырҙар көтөп, күккә бағаһың.

Кемдәр аңлар  хәлеңде, ауылдаш?
Кемдәр аңлар хәлеңде, ауылдаш?


Эреле-ваҡлы түрәләр, яҙыусылар, журналистар, йырсылар, бейеүселәр, табиптар, уҡытыусылар, эшселәр – ҡыҫҡаһы,
барыһы ла тиерлек ауылдан сыҡҡан. Кемдер беренсе быуын, кемдер икенсе... Тик, нисек кенә булмаһын, ауыл тормошо менән таныш, яҡшы таныш кешеләр. Шуға күрә барыһын да ауылдаштар тиергә мөмкиндер. Эйе, аҡыллы һүҙҙәре, файҙалы кәңәштәре менән һинең нервыңа тейә торған, ауыл тормошон һинән яҡшыраҡ “белгән” һәм ҡалала йәшәгән ауылдаштарың була улар.

Иғтибар иткәнең бармы икән: әүәли-шәүәли замандарҙан уҡ килгән “ауылда, исмаһам, һөтө-майы, ите-йөнө, күкәйе үҙеңдеке” тигән алтын һүҙҙәрҙе бөгөн “тырышһаң, ауылда йәшәргә була” тигәне алыштырҙы. Кемдәр генә әйтмәй уны?! Президенттан алып кисә диплом алған йәш журналисҡа тиклем ауыл тураһында һүҙ сыҡһа, һөйләмен шулай тип башлай йәки тамамлай. Баҫым яһап та ҡуя әле: бөтөн хикмәт – тырышыуҙа, ти. Һин тырышһаң, игендәр шаулап үҫәсәк, картуфтар йоҙроҡ ҡәҙәрле генә түгел, баш хәтле буласаҡ, тауыҡтарың – өйрәк, ә өйрәктәрең ҡаҙ саҡлы ҙураясаҡ. Һыйыр малын әйтеп тә тормайым инде. Көнөнә өсәр һауып алырлыҡ булалыр, моғайын. Быларҙың барыһын да ишеткәндә, һинең һарыуҙарың ҡайнаймы икән, ауылдаш? Эсеңдә йәнең булһа, ҡайнай­ҙыр.
Яҙҙан “бисмил­ла”­ларыңды әйтеп, кар­туфыңды, һуғаныңды сә­сәһең. Сөгөлдөр менән кишерҙәреңде төртөп сығаһың. Бер аҙҙан, тышта ҡар иреп бөтмәҫ борон уҡ, тәҙрә төптәрендә урын алған тар­тма-тартма поми­дор-ҡыяр-кәбеҫтә­лә­рең­де сығарып ултыртаһың.
Ҡайһыһын – теплицаға, ҡайһыһын – тура ергә. Шөкөр, магазиндарҙа орлоҡтарға ҡытлыҡ юҡ. Ҡабаҡтың да төрлөһөн, ҡарбуз-ҡауындың да беҙҙең яҡта үҫә торғандарын ғына һайлап алаһың. Борсаҡ, фасоль, көнбағыштарын рәт-рәт итеп теҙәһең. “Шытып сыҡһалар ярар ине”, “Тырнаҡланып китһәләр ярар ине” тип иртә-кисен теләйһең. Ә баҡсалағы беренсе йәшел үҫентеләрҙе күргәс, эсеңә йылы йүгерә. Аллаға шөкөр, тиһең. Әммә шулай ҡанат­ланып йөрөгән сағыңда ап-аҡ ҡырау төшөп, колорадо ҡуңыҙын атландырып сығып килгән сәтәкәй бармаҡ оҙонлоғона саҡ еткән картуфтарҙы ла, ҡыяр-помидорҙарыңды ла ҡара көйҙөрә. Бер генә төн төш­һә икән әле! Ҡат-ҡат төшөп, һинең мул уңышҡа бул­ған өмөтөңдөң бер киҫәген ҡайырып һындырып ала.
Ярай, яҙғаны шулдыр, тиһең. Ҡырауҙар үткәс, шифалы ямғырҙар көтөп, күккә бағаһың. Яңынан морон төрткән картуф­та­рыңа файҙа булыр ине, тиһең... Күктәр йәлләп, бер-ике рәт ямғыр ебәрһә, йәнә ҡанаттар үҫә үҙеңә. Ҡы­рау­ҙарға би­реш­мәгән сейәләр, алма­ғас­тарға ла күҙең төшкөләй баш­лай. Шау сәскә ат­ты­лар, емеше мул булыр, тиһең. Ә уларҙы ҡара бөжәктәр баҫа. Дарыуын да, ағыуын да һибәһең – тырышаһың. Файҙаһы тейә, әлбиттә, әммә алда оҙон йәй бар бит әле. Ямғырһыҙ тилмерткән эҫе йәй... Һин һаман тырышаһың – биҙрә-биҙрә һыу ташып һибәһең. Ҡороп ярылған ергә һинең бер биҙрә һыуың да “селт” итеп теш араһынан төкөрөүгә тиң, әммә ҡарап тороп булмай бит. Күҙ алдында көйрәй, көйә баҡсаң. Шул эҫелеккә өҫтәп, йыл һайын бер афәт сығып тора: әле сиңерткә баҫа, әле – ҡыр күбәләктәре. Әленән-әле барлыҡҡа килгән яңы, таныш түгел ҡоротҡостар, Американың ужас киноларындағыса, күңелеңә шом һала. Улар менән сағыштырғанда колорадо ҡуңыҙҙары таныш һәм ғәзиз кеүек тойола инде. Тиҫтә йылдар дауамында үҙәктәреңә үтеп йөҙәткән был бө­жәктәрҙе “тәтәй ҡалаҡ­тарыбыҙ!” тип һөйөрҙәй булдың, шикелле. Исма­һам, уныһына ҡаршы көрәшеү ысулдарын белә­һең. “Үҙебеҙ үк ағыулап ашайбыҙ” тип уфтанһаң да, ағыуҙарын алдан һатып алып, “дош­мандар”ҙы әҙерләнеп көтәһең. Тик йылдан-йыл улар һинең ағыуыңа ҡаршы то­роусанлығын арт­тыра. Инде килеп карт­уфыңдың үҙен ағыулап ултырта баш­ланың. Әммә файҙаһы аҙ... Ҡырауҙан һуң зәғиф кенә булып күренә башлаған картуф һа-бағын һаҡлап ҡалырға теләп мүкәйләп ҡортон йыйыуға күсәһең. “Өф-өф” итеп үҫтергән картуфтарың инде сәскә атты тигәндә генә ел-дауылын туҙҙырып, ғәрәсәт килә лә боҙло ямғыры менән баҡсаңды “утай” ҙа сыға.
Ана шулай теге баш ҡәҙәрле булырға тейешле картуфтар тауыҡ йомортҡаһы саҡлы ла була алмай. Ә сүбе үҫә, ҡоро тимәй, ямғыр тимәй, дауыл тимәй... Бер башынан утап килеп сығаһың, икенсе башынан инеп китәһең. Тырышмайһыңмы әллә? Тырышаһың бит!!!
Яҙ башында эре бройлерҙар тип һатып алып, сабый бала урынына тәрбиәләп, ҡарға-ҡоҙғондан күҙ ҡараһылай һаҡлап үҫтергән себештәреңдең ғәҙәти тауыҡ икәнен, ә “утка-гусь” тигәндәренең ғәҙәти өй­рәк­тән бер нәмәһе менән дә айы­рыл­ма­ға­нын күр­гәс тә, уфтаныуҙан ары бер ни ҡалмай... Инде иҫән-имен үҫтеләр тигән ҡаҙҙарыңды төлкө быуһа, көтөүһеҙ ҡалған һарыҡтарыңды ҡырағай эт ашаһа, күр­ше­ңә һөйләп зар­лана­һың да, тағы тыры­ша­һың...
Ҡасандыр “бесән” менән “урман” йәнәшә йөрөй торған һүҙҙәр ине. Хәҙер халыҡ ур­ман­да бесән са­быу­ҙы оно­топ бара. Ҡул көсө­нән бигерәк, техника яр­ҙа­­мында эшләйҙәр уны­һын. Аҡсаң ғына булһын: са­бып-йыйып та бирәләр, ҡайтарып та бушаталар. Бер эшең еңеләйҙе, исмаһам. Әммә быны ла шунда уҡ күреп ҡалып, үҙ фекерен белдерергә ашығыусылар табылды.
“Хәҙер “мин бесән ашамайым” тигән һүҙҙәрҙе ҡала кешеләренән генә түгел, ауылдыҡыларҙан да йыш ишетергә була. Сөнки унда мал аҫрарға атлығып тормайҙар. Һыйыр ҡойроғона йәбешеп ятыу бөттө”, – тип шелтәләргә керештеләр. Тик ни өсөндөр еленендә үк һөтө әсей башлар сиккә еткән һыйы­рыңды һауып, һөтөн көлкөлө хаҡҡа һөт йы­йыусыға тапшыр­ғаның­ды иҫәпкә алыусы юҡ. Йәштәрҙең мал аҫра­ма­уын да ялҡаулыҡҡа ғына ҡайтарып ҡалдыралар... Ә уның төп сәбәбен һин генә беләһең, ауылдаш.
Күптән түгел ялан ҡәҙәр өй һалып, һәр бүлмәһен, һәр мөйөшөн үҙҙәре теләгәнсә төҙөп, рәхәт тормошҡа өмөтләнгән күршеләрең район үҙәгенән фатир алып күсенеп китте. Сөнки ауылда башланғыс мәктәп кенә ҡалған, ә бер аҙҙан уны­һы ла ябыласаҡ, ти­ҙәр... Ә бит тыры­шыр­ға әҙер ине улар! “Ты­рыш­һаң, ауылда йә­шәр­гә була!” тигәнгә ышанып, өйлә­неш­кәс, ҡалаға китмәй ҡалғай­ны­лар... Тик улар­ҙың ике балаһын аяҡҡа баҫтыраһы, уҡы­тып, кеше итәһе бар. Әммә, ҡыҙ­ға­ныс­ҡа ҡар­­шы, йәй һайын ябы­лыу ҡур­ҡы­нысы аҫ­тын­да ҡалған ауыл мәктәптәрендә белемдең сифаты кәме­гәндән-кәмей. Һәр хәлдә район үҙәгендә (ҡаланы әйтеп тораһы ла юҡ) уҡыусы, көндө төнгә ялғап, теге йәки был фәнде үҙ­ләш­тер­гәндә, ауылдағы йәш­тәше дүрт юллыҡ шиғыр ятлап, “бишле” ала. Юҡһа, һәр икеһе лә Рәсәй граж­да­ны, һәр икеһе лә төплө белем алыуға тигеҙ хоҡуҡҡа эйә. Улар араһында бары тик бер генә айырма бар: берен­се­лә­ре алдараҡ әйтелгән теге матур лозунгыны яңғыратасаҡ, икенселәре тыңлаясаҡ. Ләкин, нисек кенә булмаһын, улар ғүмерлеккә ауылдаштар булып ҡаласаҡ...
Аҙна һайын йома һәм шәмбе көндәрендә ҡаланан сығыу юлы буйлап “ҡыҙыл йылан шыуыша”. Оҙон сылбыр булып бер-бер артлы теҙелгән машина уттары ул. Ауылдаштар ҡайта. Аҙнаның ошо ике генә көнөн булһа ла, рәхәтләнеп ауыл һауаһын һулап, иркенлектә үткәреп ҡалырға тырыша улар. Шуға күрә йома кисен – Өфөнән сығыр өсөн, ә йәкшәмбе көндө, кире­һен­сә, ҡалаға инер өсөн шаҡтай оҙаҡ “бөкө”ләр­ҙә ултырырға тура килһә лә, түҙәләр. Ауыл үҙенә тарта. Йәш барған һайын ҡаланың сағыу уттары ялҡыта бара, ауылдың тыныс урамдары нығыраҡ һа­ғын­дыра. “Балаларҙы үҫтергәнсе генә йәшә­һәк, пенсияға сыҡҡан­сы ғына торһаҡ, икен­се көндө үк ҡайтып китер инек ауылға!” – тип, таш йорттар араһында йән аҫрап йәшәй улар. Шуға күрә ата-әсәһенән ҡалған йорт-ҡураны ла һатмай һаҡлайҙар – киләсәктә үҙҙәре ҡайтып йәшәргә йыйына. Киткәндәрҙең барыһы ла кире ҡайта тигән һүҙ юҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең кендек бауы ауылдан бөтөн-ләй кибеп өҙөлә. Ҡарт көндәрендә ҡала фатирының уңай­лыҡ­та­рын ташлап китергә әҙер булмай сыға ундайҙар. Өҫтәүенә, ауыл ерендә дауа­хана­лар­ҙың булма­уы ла ҡур­ҡыта үҙҙәрен. Ә ҡа­лала, ни генә тиһәң дә, ҡайһы табип кабинетын ниндәй хәрби тактика менән “аккупировать” итергә кәрәклеген беләләр.
Мәктәптәр ябылған, клубтар ҙур йоҙаҡҡа бикләнгән ауылдарҙа йәштәр ҡалмай. Ләкин шулай уҡ ауылдар бөтмәй әле. Буш өй­ҙәр­гә ҡасандыр сы­ғып киткәндәр ҡайта. Бил­дә­ле, улар емертеп донъя көтөргә ҡайтмай. Үҙ хужалыҡтарында әш­тер-көштөр йөрөп ятһа­лар – бик хуш. Ҡала кешене бик тиҙ үҙгәртә бит ул. Унда күҙ асып йомғансы һыңар биҙрә һыу күтәрһәң дә ҡулға ҡан һауыр кешегә әүе­ре­ләһең. Юҡ-юҡ, ялҡаулыҡтан тимә­йем, йәшәү шарттары төрлө булғанлыҡтан килә ул. Ә егерме-утыҙ йылдан, ғөмүмән, уның рәте бөтә. Ҡала кешенең һу­тын һурып ала ла, ауылға табан “төкөрә” булып сыға. Буш йорттарға нәҡ шундай ҡарттар ҡайта инде. Ғүмер буйы эшләп, ауылын һағынып түҙеп-сыҙап йәшәү дәүерендә фатир алған булһа, ундайҙарҙы бик бәхетле тип һанарға кәрәк. Бына хәҙер йәш пенсионерҙар балаһына фатирын ғына түгел, ипо­те­ка­һын да мираҫ итеп ҡал­дыра. Сөнки пен­сия йәшенә еткән булһалар ҙа, банктарға бурыс­та­ры түләнеп бөтмәй әле уларҙың.
Ә һин, әлбиттә, яңы күршеңә һөйөнәһең, ауылдаш. Һөй­лә­шер­гә, ара­ла­шыр­ға кеше бул­ды, тиһең. Ура­мы­быҙ бөт­мәй әле, тиһең. Ҡаланан ҡайт­ҡан күршең дә үҙенсә һөйөнә. Күстәнәскә һөт-ҡаймаҡ инде­рәләр, һа­тып алырға түгел, аҡса янда ҡала, ти. Тауыҡ алып аҫрай алһа, һаман шул йомортҡаһы үҙенеке булғанға һөйөнә. “Тырышһаң, ауылда йәшәргә була инде ул!” – ти.

Ә, онотоп торам икән. Үлгәс, йола буйынса барлыҡ шарттарын үтәп ба­ҡый­лыҡ­ҡа оҙатырға ауылдаштар буласаҡ тип тә, зыяраттағы өс аршин ер өсөн тү­ләр­­гә кәрәкмәйәсәк тип тә һөйө­нә икән әле улар...

Айзирәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: