Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Сентябрь 2023, 09:45

Уңышты нисек һаҡларға?

Ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалыр алдынан ҡоро һалҡынса урында бер нисә көн тотоп алыу файҙалы.

Уңышты нисек һаҡларға?
Уңышты нисек һаҡларға?

Көҙөн баҡсасыларҙың өс төп эше була: мөгәрәпте һәм баҙҙы йәшелсә һалыуға әҙерләү, теплицаны киләһе йылға йүнәтеп ҡуйыу, тиреҫен яңыртыу, өйҙө һәм һарайҙы йылытыу сараһын күреү. Был эштәрҙең барыһы ла ауырыу таратҡан сығанаҡтарҙы бөтөрөүҙән ғибәрәт. Элегерәк кәштәләрҙе хлорлы эзбиз, аҡбур, баҡыр йәки тимер купоросы менән эшкәрткәндәр. Һуңғараҡ көкөртлө төтөн шашкаларын ҡуллана башланылар (фумигация). Көкөртлө газ, ағасҡа үтеп инеп, йәшелсәне сереткән ауырыуҙарҙы бөтөрә, ләкин бындай дезинфекция мәшәҡәтле, һаулыҡ өсөн дә хәүефле. Унан да бигерәк, әле һанап кителгән саралар ваҡытлыса һәм улар бөтә ауырыу таратҡан микроорга­низмдарҙы ла бөтөрә алмай.
Ғалимдар яңы фунгицид һәм антисептик тәҡдим итә — картоцид. Тәүҙә уны йәшелсә һәм емеш-еләк ҡорот­ҡостарына ҡаршы ғына ҡулланалар. Әйткәндәй, был яҡлап ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Һуңыраҡ инде бүтән мөмкинлектәре лә асыла: баҡһаң, картоцидты дауалау һәм сирҙе иҫкәртеү өсөн дә ҡулланып була икән. Ул — ағас, кирбес, бетондан яһалған йорттарҙа бактерияны, мүктәрҙе бөтөрөү, күгәргән урындарҙы эшкәртеү өсөн алмаштыр­ғыһыҙ препарат. Уның менән шулай уҡ ағас йәшниктәрҙән алып тоҡтарға тиклем, хатта ерҙе лә эшкәртергә мөмкин. Әгәр ҙә эшкәртеләсәк майҙан ҡоро булһа, бер дезинфекциялау бер нисә йылға етә. Ә бына дымлы мөгәрәптәрҙә, баҙҙа йыл һайын үткәрелә.
Картоцидты ҡулланыу ябай ғына, тәүҙә эшкәртеләсәк ерҙең бысрағын һөртөп, һепереп сығаралар. Һуңынан инструкция буйын­са картоцид иҙмәһен әҙерләп һиптерәләр. Күрһәтелгән ваҡыт үткәс, йәшелсәләрҙе һалырға ла мөмкин.
Ошондай уҡ сара теплицалар өсөн дә ҡулланыла. Тәүҙә йәшелсә ҡалдыҡтарын, һабаҡтарын йыйып алалар ҙа картоцид менән рамдарҙы, быяла йәки пленканы, ерҙе эшкәртәләр.
Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1–1,5 сантиметр оҙонлоғонда ҡалдырып, бысаҡ менән киҫегеҙ. Тамыраҙыҡты йыуырға ярамай. Ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалыр алдынан ҡоро һалҡынса урында бер нисә көн тотоп алыу файҙалы. Сөгөлдөрҙөң тиҙ арала ашай торғанын һыуытҡыста 0–2 градус йылыла полиэтилен тоҡсайҙарҙа һаҡларға мөмкин. Тик тоҡсайҙың ауыҙы асыҡ ҡалырға тейеш.

* * *
Һуғанды, йәй ямғырлы булһа, ныҡ киптерергә кәрәк. Һаҡларға һалырҙан алда бер-ике аҙна 30 – 35 градус йылы температурала тотоп алыу мөһим. Һабағын 4–5 сантиметр самаһы ҡалдырығыҙ, ҡыҫҡа ҡырҡылһа, төрлө инфекция үтеп инеп, һуғанды серетеүе ихтимал. Ике-өс градус йылылыҡта һуған һәйбәт һаҡлана.

* * *
Кишерҙе алырға ашыҡмаҫҡа ла ярай, сөнки ул сентябрь аҙаҡтарына тиклем етешә. Ә инде өҙлөкһөҙ ямғырҙар йонсотһа йәки ярыла башлаһа, мәленән алда ҡаҙып алыуҙан башҡа сара юҡ. Шунда уҡ һабаҡтарын ҡырҡырға кәрәк. Тик ҡул менән түгел, ә төбөнәсә бысаҡ менән. Һаҡларға һалыр алдынан кишерҙе йыуырға мөмкин. Ләкин аҙаҡ бер-ике көн ышыҡта киптереп алыу фарыз. Был йәшелсә мөгәрәптә бер-ике градус йылы температурала полиэтилен тоҡсайҙарҙа йәки таҙа ҡом һалынған йәшниктәрҙә һәйбәт һаҡлана.

* * *
Картуфты ҡаҙып алғас та 12–16 градус йылыла 15 – 20 көн тирәһе ҡоро ҡараңғы урында тоторға кәрәк. Шунан боҙолған, ҡырҡылғандарын айырып алып, һәйбәттәрен генә һаҡларға һалырға мөмкин. Дөрөҫ үҫтерелгән, ваҡытында ҡаҙып алынған картуф өй шарттарында ла яңы йылға тиклем һәйбәт һаҡлана. Тик ул ҡараңғы урында торорға тейеш. Шулай ҙа мөгәрәпкә йәки баҙға ҡуйыу хәйерлерәк. Араларына һарымһаҡ бүлкәләрен һалырға була.

Илдар ХАЖИЕВ.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/woman-working-in-her-sustainable-greenhouse_17622328.htm#query=как%20сохрнаить%20урожай&position=31&from_view=search&track=ais

Автор:
Читайте нас: