Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
4 Октябрь 2023, 08:45

Мәктәп тарихында маҡтаулы эҙ ҡалдырҙылар

Яҙмыштың ҡаты һынауы көткән атайымды. Баланан һуң әсәйем үлеп киткәс, алты бала менән тороп ҡалды ул. Миңә ун һигеҙ, туғандарыма ун бер, туғыҙ, ете, йәш тә өс айлыҡ, бер генә айлыҡ балаларҙы ҡосаҡлап ҡалған атайым тураһында тыныс ҡына уйлай алмайым.

Мәктәп тарихында маҡтаулы эҙ ҡалдырҙылар
Мәктәп тарихында маҡтаулы эҙ ҡалдырҙылар

Атайым, Миндеғолов Ғәйфулла Ғәҙиәт улы химия, биология фәндәренән уҡытты. Мәктәп янындағы йәшелсә-емеш баҡсаһына ла ул яуаплы ине. Беҙ йоҡларға ятып бөткәс тә, атайым менән әсәйем лампа янында дәфтәр тикшереп ултырырҙар ине. Атайым мәктәп директоры ла, бик оҙаҡ завуч булып та эшләне. Ябай ҡәләм, юйғыс тотоп дәрестәр теҙмәһе уңайлы булһын тип төндәр буйы ултыра ине. Директор булып эшләгән осоронда көҙгө бысраҡта уҡытыусыларға эш хаҡы алырға Бөрйәнгә (Иҫке Собханғол, халыҡ Бөрйән тип һөйләй бит инде) бара. Ҡайтышлай магазинға тоҡлап он, шәкәр тейәгән тракторға, шул он, шәкәр өҫтөнә ултырып ҡайталар. Ауыл халҡы ла була, юл бысраҡ, етмәһә ямғыр яуа. Ауылға етәрәк ерҙә тракторҙың арбаһы тайып китәме, тракторҙан ысҡынамы инде, юл ситендәге силос соҡорона барып ҡырыная. Кемдәрҙер ергә һикерә, күҙгә төртһәң күренмәҫ ҡараңғыла атайым һыулы соҡорға барып төшә. Ҡулда аҡса менән сумка. Сығырға маташалар, инде сыҡтым тигәндә өҫкә он, шәкәр тоҡтары килеп төшә лә, быларҙы кире ямғыр һыуы менән тулы соҡорға бәреп төшөрә икән. Көс-хәл менән сығып, болғанышта ҡулдан ысҡынған аҡсалы сумканы табып, ҡап- ҡара булып, атайым өйгә йәйәү ҡайтып инә. Ишек асҡан әсәйем, атайымды күреп, саҡ артына ҡолап китмәй. Йыуынып, ҡара ҡойоло һыуға һыуланып бысранған аҡсаларҙы сайҡатып, әсәйем менән таңға хәтлем үтекләп киптереп, алып барып тарата атайым.
      Тәртипле кеше ине атайым. Уҡытыусы кеше ниндәй булырға тейеш - ул шундай булды. Тәмәке тартыу, эсеү кеүек насар ғәҙәттәрҙән азат ине. Кешегә ҡысҡырып өндәшеү, әрләшеү, кеше тураһында насар уйлау ҙа булманы уның тарафынан. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә ине. Биҙрәләп әсәйемә индереп бирә ине лә, әсәйем ҡышҡылыҡҡа төрлө ризыҡтар әҙерләй ине. Минең тыуған көнөмдә, мин уяныуға өҫтәлдә төрлө сортлы гладиолустар ултырыр ине. Беҙ ауырып китһәк, ҡуша ауырырҙай булып борсола, кәрәкле дарыуҙарҙы белә, тиҙерәк эсерә һала ине.
     Яҙмыштың ҡаты һынауы көткән атайымды. Баланан һуң әсәйем үлеп киткәс, алты бала менән тороп ҡалды ул. Миңә ун һигеҙ, туғандарыма ун бер, туғыҙ, ете, йәш тә өс айлыҡ, бер генә айлыҡ балаларҙы ҡосаҡлап ҡалған атайым тураһында тыныс ҡына уйлай алмайым. Тыныс, ипле, йомшаҡ холоҡло атайым бер генә минутҡа ла ебеп төшмәне. Беҙҙе тәрбиәләп, ҡайғыртып, алға атланы ла атланы. Алты балаһы ла юғары белем алды, төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Әлеге ваҡытта ун бер ейән-ейәнсәре үҫеп килә.
Әсәйем вафат булғанда бер айлыҡ ҡына булып ҡалған Алмаз ҡустымдың да ике ҡыҙы йүгереп йөрөй. Утыҙ туғыҙ йәшендә генә беҙҙе ташлап китте әсәйебеҙ. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә елкенеп эшләне, гөрләтеп, бар нәмәгә өлгөрөп донъя көттө, ижад итергә лә өлгөрҙә. Бер-бер артлы беҙ тыуҙыҡ. “Таң” гәзитендә әсәйемдең мәҡәләләре йыш сыға ине. Ауылдаштары, ауылдың йәшәйешен һүрәтләгән яҙмалары әле лә матур иҫтәлек булып күптәрҙә һаҡланалыр. Ауылға килгән журналистар беҙгә килә ине. Инсур ағай Йәһуҙин, уның тормош иптәше Фәриҙә апай (яңылышмаһам инде), Самат Ғәбиҙуллиндар беҙҙә йыш була инеләр. Өй тулы билдәле яҙыусы, шағирҙарҙың автографлы китаптары, өйөлөп журнал-гәзит килә ине. Әсәйемдең нәҫер,  хикәйәләре республиканың журнал-гәзиттәрендә лә баҫылып торҙо. Башҡорт теленән, йыр дәрестәрен уҡытты. Эшен эшләгәндә көйләп йөрөп эшләне,  сәхнәләрҙә халыҡ йырҙарын йырланы, тауышы моңло булды. Мин Өфөлә уҡып йөрөгәндә, бер төркөм шиғыр яҙған балаларҙы телевидениеға тапшырыуға төшөргә алып килгәйне. Өр-яңы пальтоһының поясына теге балаларҙы тотондороп (аҙашып тороп ҡалмаһындар тип) күренекле урындарҙа йөрөттө, драма театрына спектакль ҡарарға ла алып барҙы. Ҡайҙа йөрөһә лә, шунда уҡ кешеләр менән уртаҡ тел таба, аҙаҡтан ул кешеләр менән хатлашып тора ине. Хат тигәндәй, күп хаттарҙы мәктәпте тамамлаған уҡыусылары яҙа ине. Армиянан хаттар күп килде, фотоһүрәттәрен дә ебәрәләр. Әсәйем уларҙың һәр береһенә яуап яҙғандыр инде. Тарихын яҙам тип, ат егеп Иҫәннғазы ауылына ла барып килә ине. Унан ҡайтҡас әкиәт донъяһы кеүек итеп һөйләй. Свет юҡ, унлы шәмдәр янып тороуы, яҡында ғына бүреләр олоуы тураһында...
   Өйҙә зауыҡлы итеп сигеү сигергә, тегергә, тәмле-татлы бешерергә лә өлгөрҙө. Шул уҡ ваҡытта оло йәштәге олатайым менән өләсәйемде лә тәрбиәләй, ураҙаһын ҡалдырмай тотҡан олатайым ыңғайына төндә тороп сәхәр эсерә, яратҡан ризыҡтарын бешереп ашата ине. Үҙе Учалы районы ҡыҙы булһа ла,  Бөрйәнде яратты әсәйем.

Алты бала бағырға батырсылыҡ итеп килгән Таңһылыу апайыбыҙ ҙа математика фәненән уҡытты. Уның да Әтек ауылы балаларына белем биргән йылдары мәктәп тарихында маҡтаулы эҙ ҡалдырған. Әле апайыбыҙ хаҡлы ялда, тыуған оябыҙҙың усағын һүндермәй Әтектә йәшәп ята.

Миндеғолов Ғәйфулла Ғәҙиәт улы һәм Зөбәйҙә Ғайнан ҡыҙы тураһында оло ҡыҙы Гөлсара Килдинаның иҫтәлектәре.

"Таң" гәзитенән.

Мәктәп тарихында маҡтаулы эҙ ҡалдырҙылар
Мәктәп тарихында маҡтаулы эҙ ҡалдырҙылар
Мәктәп тарихында маҡтаулы эҙ ҡалдырҙылар
Мәктәп тарихында маҡтаулы эҙ ҡалдырҙылар
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: