Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
11 Ноябрь 2023, 20:40

Яҡынлыҡтан ҡурҡам

Тын алыуы ауырлаша, аяҡ-ҡулдар тыңлашмай, тән эҫеле-һыуыҡлы булып китә, ҡысҡырыу түгел, өн дә сығарып булмай, ҡасыу йә йәшенеү урынына ҡатып тик тораһың...

Яҡынлыҡтан ҡурҡам
Яҡынлыҡтан ҡурҡам

Тын алыуы ауырлаша, аяҡ-ҡулдар тыңлашмай, тән эҫеле-һыуыҡлы булып китә, ҡысҡырыу түгел, өн дә сығарып булмай, ҡасыу йә йәшенеү урынына ҡатып тик тораһың... Тиҙҙән ул ҡурҡыу паникаға әйләнә һәм хәлде еңер өсөн башҡа бер нәмә эшләп булмаясаҡ... Был тойғоларҙы интим яҡынлыҡ алдынан кисереүселәр ҙа бар. Уларҙы генофоб тип атайҙар. Генофобия менән ыҙалаусылар, ғәҙәттә, барыһын эсендә генә тота, бәләләре тураһында туранан-тура һөйләргә уңайһыҙлана, ҡурҡа.

Уның нимәһенән ҡурҡырға?

Нимәнәндер ныҡ итеп ҡурҡыуҙы фобия тиҙәр. Бер нәмәнән дә ҡурмаған кеше юҡтыр. Әммә фобия менән ыҙалаусы кеше ҡурҡыныс объектты күреүе менән контролен юғалта, ҡысҡыра йә, киреһенсә, тын да ала алмай ҡатып ҡала. Мәҫәлән, арахнофобтарҙың бәләкәй генә үрмәксенән дә, ауҙан да ҡото оса. Түбәлә мөйөштә торған ау бер нисек тә хәүефле түгел. Арахнофоб быны аңлай, тик үҙ-үҙен ҡулға ала алмай. Клаустрофобия — ябыҡ ерҙәрҙән ҡурҡыу. Кеше, әйтәйек, лифттарҙа йөрөүҙе кисермәй. Уның шунда уҡ тыны етмәй башлай, үҙен тонсоғорҙай тоя.
Үрҙә әйтеп кителгән фобиялар менән нисек тә булһа йәшәп була. Ау менән тулған урманға бармаҫҡа, лифтта йөрөмәҫкә мөмкин. Ә бына генофобия менән тормош күпкә ҡатмарлаша. Генофобия — ул енси мөнәсәбәттәрҙән ҡурҡыу. Генофоб түшәк бүлешеү тураһындағы бер уйҙан ғына ла паникаға бирелеүе ихтимал. Уның шунда уҡ тыны ҡыҫыла, йөрәге йышыраҡ тибә, башы әйләнә. Ҡурҡыу төрлө кимәлдә була ала: кемдер үҙен бары тик уңайһыҙ тоя, ә кемдеңдер ер тишегенә инеп, йәшенгеһе килә. Шул уҡ ваҡытта генофобтарҙың ғашиҡ булғыһы, мөнәсәбәттәр ҡорғоһо, хатта партнерҙары менән йоҡлағылары килә. Әммә эш түшәккә барып етһә, ҡурҡыуҙарына баш була алмайҙар. Секс тураһындағы һөйләшеүҙәр, экрандарҙа интимлы сюжет күреү, китапта һүрәтләүҙәргә юлығыу — барыһы ла генофобҡа борсолоу, тулҡынланыу килтерә. Енси мөнәсәбәт төшөнә инһә, был ҡот осмалы һаташыуға тиң. Фобияға дусар булған кеше шуға ышана: яҡынлыҡ ваҡытында уға мотлаҡ ҡыйын буласаҡ.
Генофобтан “Нимәнән ҡурҡаһың һуң?” тип һораһаң, аныҡ яуап булмаясаҡ. Күп кенә фобияларҙа шулай. Мәҫәлән, трипофобия, йәки бер урындағы күп тишектәрҙән ҡурҡыуҙан ыҙалаған кеше ундай һүрәттәргә ҡарай ҙа алмай. Ниңә һуң? Ул тишектәр тешләмәй ҙә, яраламай ҙа. Фобиялы кеше аңлата ла, ҡурҡыуын еңерлек көс тә таба алмай. Генофобҡа ла: “Ышаныслы партнер менән барыһы яҡшы буласаҡ”, — тип әллә нисә ҡабат әйтһәң дә, ҡурҡыуы бөтмәйәсәк. Логика ла, аҡыллы фекерҙәр ҙә, дәлилдәр ҙә төптә, аңда урынлашҡан программаны емерә алмай.
Генофобия кешенең тормошон ауырайтыу ғына түгел, бөтөнләй бәхетһеҙ ҙә итә. Түшәк бүлешеүҙән ҡурҡҡан кеше мөнәсәбәттәргә лә инергә ҡурҡа. Ни тиһәң дә, бар юлдар шунда алып барыуы билдәле. Фобияларыңды аңлаған, уға күнеп йәшәргә риза булған кешене осратыу мөмкинлеге бөтөнләй юҡ тиерлек.

Ҡайҙан килә ул ҡурҡыу?

Генофобия — бик үҙенсәлекле психологик ҡаҡшау. Кешегә тәбиғи кимәлдә тоҡом арттырыу, партнер эҙләү тигән инстинкттар һалынған. Тимәк, генофобия бер нисек тә тыумыштан килгән ауырыу була аламай. Ул кешелә ниндәйҙер психологик травма алғандан һуң барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер сәбәптәрен ҡарап китәйек.
Бәләкәй саҡта был эш артында яңылыш ата-әсәһен күреп ҡалыу бала психикаһында яра ҡалдырыуы ихтимал. Фильмдарҙағы интим кадрҙар ҙа йомшаҡ күңелле балаға ныҡ тәьҫир итә.
Тәжрибәһеҙ, иғтибарһыҙ партнер менән уңышһыҙ беренсе енси мөнәсәбәт генофобия барлыҡҡа килеүҙең сәбәпсеһе була ала.
Аҙҙырылған, көсләнгән йә көсләнә яҙған кешеләр артабан енси мөнәсәбәткә инергә ҡурҡа, сөнки был процесс уларҙы йәнә көсһөҙ, кәмһетелгән итеп тойҙорта.
Дөрөҫ тәрбиә бирмәү ҙә генофобияға килтерә. Мәҫәлән, ата-әсәләр, балалары үҫмер саҡтан уҡ ауырға ҡалмаһын тип, сексты бысраҡ, ерәнес, оятһыҙ нәмә итеп һүрәтләй.
Ауырыу эләктерермен тип енси мөнәсәбәттәрҙән ҡурҡҡан кешеләр ҙә була. Улар инде берәй венерик ауырыу, мәҫәлән, ВИЧ-ты мотлаҡ йоҡторасаҡтарына ышана. Ә ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ ауырға ҡалырмын тип ҡурҡып, генофобҡа әйләнә.
Үҙ-үҙеңде яратмау, тәнеңде ҡабул итмәү генофобия тыуҙыра. “Нисек инде оялмай ошо тән менән башҡа кеше алдында шәрә күренергә була? Көлһә? Ерәнһә?..” — Үҙ-үҙен түбән баһалаған кеше ошолайыраҡ фекерләй.
Ир-егет партнерын ҡәнәғәтләндерә алмаҫмын тип, үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойоп, йыш борсола торғас, генофобҡа әүерелеүе бар.
Психологик ҡаҡшау тыуҙырған сәбәптәр күп. Һәр кешенең үҙ этәргесе була. Кемдәлер эҙһеҙ үтеп киткән хәл-ваҡиға икенсе кешелә уңалмаҫлыҡ яра ҡалдыра, хәтерендә ғүмерлеккә уйыла.

Артабан нисек йәшәргә?

Енси мөнәсәбәттәрҙә бындай ауырлыҡтар кисереүҙәре тураһында күптәр яҡындарына әйтергә ҡурҡа. Айырыуса беҙҙең йәмғиәттә был темаға һөйләшеү тыйылған, әҙәпһеҙлек тип һанала, уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Шуға ҡарамаҫтан, психологка мөрәжәғәт итеү — берҙән-бер дөрөҫ юл. Уның менән бергәләп ҡурҡыуҙың сәбәптәрен асыҡлау, үҙеңде ҡулда тоторға йә паниканы бөтөнләй еңергә өйрәнергә була. Генофобия тормош сифатын түбәнәйтә. Кеше үҙен генә түгел партнерын да ыҙалата. Психологик ҡаҡшау тураһында һөйләшеүҙән ҡасып, киләсәгенә, ғаилә төҙөү мөмкинлегенә, балалар үҫтереү бәхетенә ҡул һелтәй.
Генофобҡа белгескә мотлаҡ мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тәүҙә психологка. Ул ауырыуҙың сәбәптәрен өйрәнәсәк. Терапия барышында төрлө методикалар, хатта гипноз ҡулланыуы ихтимал. Сөнки кеше енси мөнәсәбәттән ни өсөн һәм ҡасандан ҡурҡа башлауын хәтерләмәүе лә мөмкин. Асыҡланған сәбәп ярҙамында был психологик ҡаҡшау өҫтөндә эшләйҙәр. Психолог сексологка йә психотерапевҡа консультацияға ебәреүе бар. Иң мөһиме белгескә ышанырға кәрәк. Ҡаҡшауҙы еңергә тигән маҡсатта булһағыҙ, мотлаҡ генофобиянан ҡотолорһоғоҙ.
Ҡурҡыу тойғоһо тормошоғоҙ менән идара итмәһен!

Заһиҙә МУСИНА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас: