Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
12 Ноябрь 2023, 12:10

Кешегә эш ҡалырмы?

Тормошта ҡайһы бер һөнәрҙәр юҡҡа сыҡҡаны һиҙелмәй ҙә ҡала.

Кешегә эш ҡалырмы?
Кешегә эш ҡалырмы?

Тормошта ҡайһы бер һөнәрҙәр юҡҡа сыҡҡаны һиҙелмәй ҙә ҡала. Мәҫәлән, ҙур супермаркеттарҙа үҙең түләй торған кассалар бер нисә йыл уңышлы эшләп килә. Һатыусылар кәрәкмәй ҙә. Автобустарҙа ла хәҙер кондукторҙарҙы һирәк осратаһың. Бары тик валидаторға карточкаңды һалаһың да билетлыһың. Һаҡсыларҙың да эше кәмей: һәр кемдә электрон карточка бар, танытмаларҙы уҡып ултырырға кәрәкмәй. Техника бик тиҙ кеше хеҙмәтен алмаштыра. Быны пандемия ваҡытында ла күҙәтергә тура килде. Хәтерегеҙҙәлер, башта учреждениеларҙа температураны үлсәп торған махсус кеше булды. Аҙаҡ ҙурыраҡ ойошмалар ул кешене техникаға алмаштырҙы. Мухсус сканерға маңлайыңды асып күрһәтәһең йә беләгеңде ҡуяһың. Ул һинең температураңды өс секундта үлсәп тә бирә.
Бер нисә йылдан кешеләргә эш ҡалырмы?

Ниндәй һөнәрҙәр юҡҡа сығасаҡ?

Һөнәр баҙары үҙгәрештәренең төп сәбәбе — технологияларҙың көндән-көн камиллаша барыуы. Башта барлыҡ машиналар кеше тормошон еңелләштереү өсөн булдырылһа, хәҙер был роботтар кешенең “икмәген тартып ала”. Автоматлаштырыу, әлбиттә, бик уңайлы: эш күпкә тиҙерәк һәм йылдамыраҡ бара. Етмәһә, машина эш хаҡын талап итмәй.
Белгестәр киләһе бер нисә йылда юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған һөнәрҙәрҙе һанап китте. Иң беренсе урында — бухгалтер эше. Хәҙерге замандағы махсус интернет-сервистар шәп һәм хатаһыҙ итеп бухгалтерия иҫәпләүҙәрен алып бара. Унан ҡала корректорҙар ҙа кәрәкмәй башлаясаҡ. Сөнки хатаны, тексты тикшерер өсөн төрлө сайттар күптән эшләп килә.
Каскадер йә дублерҙар эшен графика ярҙамында төшөрөргә була. Тамашасы экранда ысын кешеме әллә төшөрөлгәнме икәнен айырмай ҙа. Электрон документтар, электрон ҡултамға барлыҡҡа килгәс, нотариус һөнәре лә ҙур һорау аҫтында буласаҡ.
Банк хеҙмәткәрҙәре лә кәрәкмәй башлауы бик ихтимал. Кешеләр хатта банкоматтар менән һирәк ҡуллана, сөнки бөтә ерҙә лә тиерлек карта менән генә түләргә мөмкин. Ә аҡса менән ҡалған операцияларҙы — түләүҙәрҙе, күсереүҙәрҙе ҡушымта ярҙамында эшләргә була.
Тәржемәселәр ҙә кәрәкмәйәсәк. Интернетта булған онлайн-сервистар үҫешә генә бара, ундағы тәржемәнең сифаты ла үҫә. Хатта видеоларҙа субтитрҙарҙы тоҡандырып ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ әлеге мәлдә синхрон тәржемә өҫтөндә лә эшләүселәр күп. Тимәк, сит телде шунда уҡ тәржемә иткән ҡушымта барлыҡҡа киләсәк.
Һаҡсылар, кассирҙар, билетерҙар юҡҡа сығасаҡ. Уларҙың эшен авто­матлаш­тырылған ҡоро­л­малар башҡара. Мәҫәлән, киноға билетты күптәр онлайн һатып ала. Ә залға үтер өсөн ишек эргәһендә торған сенсорлы ҡоролмаға билеттың QR-кодын күрһәтеү ҙә етә.
Почтальондар, килтереүселәр кәрәк булмаясаҡ. Хаттар хәҙер электрон почта аша ебәрелә, яңылыҡтар онлайн уҡыла. Тик посылкаларҙы ғына алып барырға кәрәк. Уларҙы ла инде дрон, махсус роботтар менән ташыуҙар яйлап башланды.
Электрон китапханалар барлыҡҡа килеү менән китапханасыларҙың да ғәҙәти эше кәмей башланы. Махсус сайттар арҡаһында турагент, юрист-консультант кеүек һөнәрҙәр бөтә. Сөнки интернетта бер нисә баҫыуҙа кәрәкле һорауға яуап та табырға, ял итергә ил дә һайларға мөмкин. Сит илдә экскурсовод та кәрәкмәй: алдан яҙҙырылған тауышты телефондан ғына тыңлап, ҡала буйлап йөрөргә була.
Алыҫыраҡ киләсәктә водителдәр, төҙөүселәр кәрәк булмаясаҡ. Мәскәүҙә беспилотник-таксиҙарҙы күптән һынауҙар башланған. Йорттарҙы киләсәктә 3D-принтер ярҙамында төҙөү мөмкинлеге була.
Донъяла барған хәлдәрҙе күҙҙаллап белгестәр тағы ла ниндәй һөнәрҙәргә ҡытлыҡ булыуын әйтеп киттеләр. Мәҫәлән, беҙҙең илгә ҡасып килеүселәрҙең юғары квалификация кәрәкмәгән эшкә урынлашыуҙары көтөлә. Ҡайһы бер ресторандар, магазиндар ябылыуы арҡаһында эшһеҙ ҡалыусылар ҙа шул өлкәлә күпләп эш эҙләйәсәк.

Ниндәй һөнәрҙәр кәрәкле буласаҡ?

Ҡайһы бер мәғлүмәт­тәр буйынса, 2025 йылға тиклем донъялағы 85 миллион эш урыны юҡҡа сығасаҡ, әммә 97 мил­лион яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
IT-өлкәлә һөнәрҙәр иң кәрәкле һәм популяр булыуы бер кемгә лә асыш түгел. Йылдан-йыл үҫешә барған тармаҡ­тарҙың береһе — виртуаль (VR) һәм өҫтәлмә (AR) ысын­барлыҡ технологиялары. Был өлкәлә белгестәр бик кәрәкле иҫәпләнәсәк, сөнки виртуаль киңлектәрҙә булыу көндәлек эшкә әүереләсәк. Бер нисә йыл элек виртуаль (VR) һәм өҫтәлмә (AR) ысынбарлыҡ инженерҙары уйындар ғына булдырыу өҫтөндә эшләһә, хәҙер был мөмкинлектәр уҡыу-уҡытыу, белем биреү өлкәһендә лә бик киң ҡулланыла. Әҙәпле хакер — кибер хәүефһеҙлекте һаҡлаусы кеше һөнәре лә популярлаша. Ул хакерҙарҙан, интернет-енәйәтселәрҙән сайттарҙы, башҡа мәғлүмәт­тәрҙе һаҡлай. Криптовалюта менән эшләүселәр — ICO һәм NFT аналитиктарға ихтыяж арта. Улар криптовалюта баҙарында нимәләр барғанын, ниҙәр буласағын, инвестициялар уңышлылығын алдан күҙҙалларға ярҙам итә.
Киләһе өс йылда бик популяр өлкә электрон коммерция менән бәйле буласаҡ. Онлайн-һатыуҙар арта ғына бара. Пандемия ваҡытында халыҡ бигерәк тә онлайн-магазиндарға өйрәнде. Хәҙер хатта төпкөл ауылдарҙа ла интернеттан заказ яһайҙар. Тимәк, был өлкә үҫешә генә барасаҡ.
Тағы ла ҙур мәғлүмәттәр (big datа) өлкәһендә белгестәр кәрәкле була. Аналитиктар бөтә мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплап, уны ниндәйҙер ҡанундар буйынса рәткә килтерә. Улар, мәҫәлән, кешенең кредит тарихын тикшереп сығыу, операторҙарға шылтыратыу­ҙарҙы күҙәтеп барыу һәм башҡа эштәр менән мәшғүлдәр.
Шулай уҡ компьютер менән бәйле график-инженер, 3D-баҫма, яһалма интеллект буйынса белгес кеүек һөнәрҙәр киң тараласаҡ. Тағы ла фән өлкәһендә белгестәр талап ителә.
Аҙыҡ сәнәғәте технологы ла кәрәкле һөнәрҙәрҙең иҫәбендә. Биохимия, генетика, агротехнология яғынан ҙур белем талап иткән был һөнәр эйәләре яһалма ит, һөт ризыҡтарын алмашытырыусы, глютенһыҙ кондитер ризыҡтары уйлап табыу менән булышасаҡ тип күҙҙаллана.
Инженер-робототехник популяр һөнәр буласаҡ. Йүнәлешенә ҡарап, медицина, йорт, сәнәғәт, уйын һәм башҡа төрлө роботтарҙы уйлап табыусы, программа яҙыусы, камиллаштырыусы, хеҙмәтләндереүсе эшһеҙ ҡалмаясаҡ.
Тағы ла экологияға һаҡсыл ҡараш тарала бара. Тимәк, эко әйберҙәр уйлап табыу, эшкәртеү, сығарыу өлкәһендә белгестәргә ихтыяж арта.
Үлемесле ауырыуҙар менән көрәшер өсөн нанобиотехнологтар кәрәкле буласаҡ. Улар дарыуҙарҙы, вирустар һәм бактериялар менән көрәшеүҙе яңы кимәлдә алып барасаҡ.
Һәм, әлбиттә, һәр саҡ кәрәкле һөнәрҙәр – табиптар, уҡытыусылар, ашнаҡсылар, ауыл хужалығы белгестәре бер ҡайҙа ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
Ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?

Хеҙмәт баҙары үҙгәргән һайын хеҙмәткәрҙәргә лә башҡа төрлөрәк талаптар ҡуйыла. Киләһе биш йылда кәрәкле эшсе булыр, күберәк аҡса эшләр, замана менән бергә атлар өсөн бер нисә мөһим сифатҡа эйә булыу мотлаҡ:
  Аналитик фекерләү. “Нимә булды?” тигән һорауға тиҙ генә яуап табып, аптырап ҡалмай, хәл итеү юлдарын эҙләп табыу – иң кәрәкле сифат.
  Әүҙем белем алыу. Хәҙерге заманда саҡ ҡына туҡтаһаң, шунда уҡ донъянан артта ҡаласаҡһың. Белемде камиллаштырып тороу мөһим. Ғүмер буйына бер тапҡыр ғына һөнәр һайлау ваҡыты үтте. Хәҙер водителдәр фотограф булып китә, төҙөүселәр – бармен, һатыусылар – тырнаҡ мастеры.
  Тәнҡитсел фекерләү. Мәғлүмәт заманында һәр кем дөрөҫөн һәм кәрәклеһен генә һайлап ала белергә, юҡ-барҙы башта һаҡламаҫҡа, факттарҙы тикшерергә тейеш.
  Креатив һәм инициативлы булыу. Яңы идеяларҙы уйлап ҡына таба белеү түгел, ә уны тормошҡа ашырырға ашҡынып тороу ҙа кәрәк.
  Лидерлыҡ сифаты һәм абруйлы булыу. Кешеләрҙе үҙеңдең артыңдан алып бара белеү, һинең әйткәндәреңде ишетә белгән аудитория булыу яуаплылыҡ өҫтәй. Был бигерәк тә бизнес менән шөғөлләнгәндәргә йәки етәксе кешеләр өсөн мөһим.
  Замана технологияларын яҡшы белеү. Күп эштәр хәҙер гаджеттар ярҙамында башҡарыла, уларҙы һәр ерҙә лә ҡулланырға кәрәк. Улар менән ҡурҡмай эш итеү – хеҙмәткәрҙең бурысы.
  Үҙгәрештәргә асыҡ булыу. Хеҙмәттә яңылыҡтар индерелһә, юғалып ҡалмау мотлаҡ. Барыһы һәр кемдең тырышлығынан ғына тора. Кешенең йәше замана менән бергә атларға ҡамасауламай. Яңы һөнәр үҙләштерергә, белемде арттырырға бер ваҡытта ла һуң түгел!


Заһиҙә МУСИНА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас: