- Йәш саҡта үҙеңде был донъяға мәңгелеккә килгән кеүек тояһың. Тормош бөтмәй-төкәнмәй китеп тик барыр кеүек. Ҡартлыҡ килеп етерен дә, яйлап бирешә башлаясағыңды ла уйлай белмәйһең... Балалар ҙа күҙ асып йомғансы үҫеп тарала, ә йәш саҡта улар гел шулай бәләкәй булыр, шатлыҡтары ла, мәшәҡәттәре лә мәңге бөтмәҫ кеүек тойола... Мәңге ваҡыт етмәҫ, мәңге аҡса етмәҫ, ә һаулыҡ, көс-дәрт ташып торор кеүек була.
Ысынында иһә бөтәһе лә йырҙағыса: “бер ваҡыт ҡына”. Уның шулай икәнен ҡасандыр ололар беҙгә аңлатырға тырышҡан, ә беҙ аңламағанбыҙ. Хәҙер үҙебеҙ һеҙгә аңлатырға тырышабыҙ – һеҙ аңламайһығыҙ. Сөнки кеше бөтә нәмәнең дә бер ваҡыт ҡына икәнен ул ваҡыт үтеп киткәс кенә белә... Тормоштоң ҡануны шулай.
Рәхимә МУСИНА.