Тәнзиләнең улы менән ҡыҙы икеһе лә күптән ғаиләле, әсәһенә һирәк килеп күренәләр. Әле ҡыҙы Диананың әсәһенең фатирына түгел, ә хатта ҡаланан ситәге дачаға ҡунаҡҡа килеүенең сәбәбен Тәнзилә ул һөйләй башлағас ҡына төшөндө: “Әсәй, нисәнсе тапҡыр әйтәм инде – әйҙә, был дачаны һатайыҡ! Аңламайым, ни өсөн тиҫкәреләнәһең?.. Бында бөтәһен дә атайым эшләй торғайны бит, хәҙер ул һиңә ниңә кәрәк?..”
– Ҡыҙым, мин һиңә лә, ағайың Әмиргә лә шулай уҡ бер нисә тапҡыр әйттем: мин дачамды һатырға йыйынмайым. Ниңә шул тиклем өгөтләйһегеҙ... Был баҡса – атайыңдың иҫтәлеге, мин дә йәй ошонда йәшәргә яратам.
– Әсәй, ниңә атайымдың бөтә нәмәне – фатирҙы, дачаны, машинаны – һиңә генә васыят итеп яҙҙырыуын һаман аңламайым, ләкин мираҫтың бер өлөшөн Әмир менән миңә бүлеп бирергә тейеш инең, – тип ныҡышты Диана. – Бала сағыбыҙҙа ла һеҙ артыҡ иркәләтмәнегеҙ. Ҡайһы бер класташтарым, ғаиләләре беҙҙән ярлыраҡ булһа ла, йыл һайын ата-әсәһе менән сит илдәрҙә ял итте. Ә беҙ ике тапҡыр ғына Төркиәлә булдыҡ та, вәссәләм.
– Һеҙ ҙә бер нәмәгә лә ҡытлыҡ кисермәнегеҙ. Әмир спорт секцияларына йөрөнө, һин бал бейеүҙәре менән шөғөлләндең, улары ҡыйбат ҡына тора ине. Шунан Әмирҙең университетта уҡыуын түләнек, артабан – һинекен. Туйҙарығыҙҙа ла ҙур сумма бүләк иттек, шул арҡала ғына ипотекаға фатир ала алдығыҙ. Был аҙ ярҙам түгел. Балаларығыҙ ҙа бәләкәй саҡтарында каникулда беҙҙең менән бергә дачала булды. Ә хәҙер килеп һат, тиһегеҙ...
– Әмирҙең ҡыҙы Элина киләһе йыл университетҡа инергә теләй, – тип үҙенекен дауам итте Диана. – Тағы ике йылдан – Таһир менән беҙҙең улыбыҙ Артур. Балалар бик абруйлы һөнәрҙәр һайлаған, шуға репетиторҙар менән шөғөлләнеү өсөн байтаҡ аҡса кәрәк.
– Шунан Әмир менән икегеҙҙең дә икенсе балаларығыҙ үҫеп еткәс, ике бүлмәле фатирымды ла һаттырып, мине бер бүлмәле “хрущевка”ға күсерерһегеҙ, моғайын? – тине Тәнзилә быға ҡаршы.
Ҡыҙының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгереүен күреп, әсәй кеше уларҙың планында хаталанмауын аңлап ҡалды.
Диана турһайып ҡайтып киткәс, Тәнзиләнең эшкә лә кәйефе ҡалмағайны, ул аптырап уйланып тик ултырҙы: балаларҙы тәрбиләләүҙә улар ире менән ҡасан һәм ниндәй хаталар яһаны икән... Һаман да атай-әсәй беҙгә бурыслы тип һанайҙар, ә бит ире менән уға бер кем дә ярҙам итмәне. Бөртөкләп йыйған мөлкәттәрен атай-әсәй ғүмерҙең ҡалған көндәрендә үҙҙәре файҙалана алмаймы ни...
Ошо көндәрҙә Тәнзилә табипҡа ла йөрөй ине, сөнки уға үтә ҡурҡыныс диагноз ҡуйҙылар һәм ентекле тикшеренеү үтергә кәңәш иттеләр. Мәскәүҙә йәшәгән бер туған һеңлеһе Наилә, ошо турала әйткәс, кисекмәҫтән килергә ҡушты. Мәскәүҙә диагнозды раҫланылар.
– Борсолмағыҙ, тик дауаланыуҙы хәҙер үк башларға кәрәк, – тине табиптар.
Үҙҙәренә ҡайтҡас, Тәнзилә дауаханаға ятты. Ул түләүле клиниканы һайланы, аҡса әлегә бар, етмәй ҡалһа, дачаны һатырға була. Унан сыҡҡас, амбулаторияла дауалауҙы тәғәйенләнеләр. Йәй аҙағында Тәнзилә дачаһына килде. Көндәр ҡояшлы торһа ла, көҙ һулышы һиҙелә. Халыҡ та аҙ ғына, балаларын мәктәпкә әҙерләү өсөн күптәр ҡалаға ҡайтҡан. Күршеләре баҡсаһында ине әле, улар менән һөйләшеп торҙо.
– Йортто һатырға булдығыҙмы ни? – тине тегеләре.
– Бәй, уныһын ҡайҙан алдығыҙ? – тип аптыраны Тәнзилә.
– Аҙна ярым самаһы элек Диана ире менән, Әмир улығыҙ ҡатыны менән килгәйнеләр, дачағыҙҙы ентекләп ҡарап, башҡа шундай йорттарҙың ни саҡлы тороуы менән ҡыҙыҡһынып йөрөнөләр, – тине күрше ҡатын.
Аҙна ярым самаһы элек... Был саҡта Тәнзилә үҙҙәре йәшәгән ҡалалағы клиникала ята ине шул. Ул өс аҙна ятҡанда Диана бер тапҡыр биш минутҡа ғына инеп сыҡты, Әмир күҙгә лә күренмәне. “Тимәк, дауаханаға килеп китергә ваҡыттары юҡ, ә бында – бар...”, – тип әсенеп уйланды ул.
Тиҙҙән көҙгө ямғырҙар башланды. Ҡалаға китергә йыйынған Тәнзилә әсәһенең бер туған апаһы Әсмәне иҫкә төшөрҙө. Барып күреп, һөйләшеп ултырырға ине, алда күпме ғүмер ҡалғанын кем белә.
– Кил, Тәнзилә, атыу йәй буйы күренмәнең, оноттоң мине, – тине тегеһе, шылтыратҡас.
Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Әсмә апай – үҙенсәлекле кеше. Беренсенән, уға 92 йәш, ләкин иркен атлап йөрөй һәм үҙен-үҙе хеҙмәтләндерерлек хәлдә, икенсенән, уның ике бүлмәле фатирының бер бүлмәһе тотошлайы менән китаптарға бирелгән – ул бит ғүмер буйы университетта сит ил әҙәбиәте тарихынан уҡытты.
– Бына мин һиңә нимә әйтергә теләйем, – тине ул, Тәнзиләнең һөйләгәндәрен тыңлағас. – Бер нәмә бирмә лә балаларыңа, вәғәҙә лә итмә. Улар нимә – ас ултырамы? Диана машинала йөрөй, Таһир кейәүҙең дә яңы машинаһы бар, Әмир улың да күптән машина алған, уның ҡатынының автомобиле юҡ-юҡлығын, тик сәбәбе аҡса еткерә алмауҙарында түгел – ул иҫәркәй йөрөтөү хоҡуғына имтихан тапшыра алмай яфалана. Бөтә мөлкәтең барыбер һинән һуң улың менән ҡыҙыңа ҡаласаҡ... Ә сирең тураһында шулай уйлайым: нисә йыл йәшәргә ҡалғанын һиңә бер кем дә әйтә алмай, табиптар үҙҙәре лә. Һин, Тәнзилә, бөгөнгө көн менән йәшә. Бына һинең ниндәй хыялың бар?
– Ғүмер буйы сәйәхәт итергә хыялландым, тик аҡса етешмәне. Төркиәлә генә булдым, ә Мысыр пирамидаларын ҡарарға, Ҡытайҙы гиҙергә ине ул...
– Шулай булғас, йыйын сәйәхәткә! Күпме өлгөрәһең...
Бер-ике көндән, шуны белеп торған кеүек, Наилә һеңлеһе шылтыратты: “Алтайға шифаханаға барып ҡайтыу мөмкинлеге тыуҙы, әйҙә, бергәләп!”. Рәсәйҙе ҡарап барыу өсөн улар самолетты түгел, поезды һайланы.
Шифаханалағы ике аҙна ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Апалы-һеңлеле икәү, дауаланыу сараларынан тыш, әллә күпме тәбиғәт экскурсияһында булды, ҡаяларға һәм шарлауыҡтарға һоҡланды...
Ә Яңы йыл байрамын Тәнзилә Мысырҙа ҡаршыланы. Тик унан ҡайтыу менән ҡайғылы хәбәр ҙә көтөп тора ине: Әсмә апай вафат булған. Ул ҡалдырған васыятҡа ярашлы, бер нисә айҙан һуң ғалимәнең фатиры Тәнзиләгә күсте. Китаптарҙы ул, Әсмә апай яҙғанса, университет китапханаһына тапшырҙы. “Хәҙер теге донъяға китергә сират – миндә”, – тип уйланды ул – “Әлбиттә, уның йәшенә барыбер етә алмаясаҡмын”.
Шундай мәшәҡәттәр менән йөрөгәндә Тәнзиләгә улы Әмир шылтыратты:
– Әсәй, күптән осрашҡаныбыҙ юҡ, бәлки, бөтә ғаилә менән йыйылып алырбыҙ? Һин сәйәхәтең тураһында һөйләрһең, беҙ ҙә яңы ғына Ғәрәп Әмирлектәренән ҡайттыҡ, фотолар күрһәтербеҙ.
Сәй янында ултырғанда һүҙ сәйәхәттәр тирәһендә өйөрөлдө, һәр кем үҙ тәьҫораттарын уртаҡлашты.
– Мин 28 майҙа Тунисҡа осам, – тине Тәнзилә.
– Әсәй, етеп тормаҫмы икән? – был Диананың һорауы ине.
– Нисек аңларға быны? – тине ҡыҙынан ундай һорау көтмәгән Тәнзилә.
– Донъя буйлап йөрөргә етеп тормаҫмы, тим. Ейәндәрең дә һине онотоп бара. Күпме аҡса китә ундай сәйәхәттәргә...
– Ейәндәрем күптән үҫеп етте, хәҙер аралашырға теләктәрен дә бик күрмәйем. Ә аҡсаны үҙемдекен тотонам. Һеҙҙән бурысҡа һорамайым шикелле?!
Диана һораулы ҡарашын ағаһына төбәне. Күрәһең, улар алдан һөйләшеп килгән.
– Әсәй, һин Әсмә апайҙың фатирын ни эшләтергә итәһең? – тине Әмир.
– Белмәйем әле, улым, – тине Тәнзилә. – Бәлки, ҡуртымға бирермен, бәлки, һатырмын йәки унда йәшәргә күсермен һәм үҙемдекен һатырмын. Наилә һеңлем менән кәңәшләшермен әле.
– Ә беҙҙең менән кәңәшләшеп тә тормайһыңмы?
– Юҡ. Һеҙҙең нимә әйтерегеҙҙе алдан беләм: “Беҙгә бир, беҙгә кәрәгерәк”, – тип әсенеп яуап ҡайтарҙы әсә.
– Ә ниңә шулай тип уйлайһың? – тип асыуланды Диана. – Беҙ, белгең килһә, һинең сәләмәтлекте ҡайғыртабыҙ. Йыш сәйәхәт итеүҙең һаулыҡҡа зыян килтереүе бар.
– Тап шуның өсөн дә һин дауаханала ятҡанымда бер тапҡыр тиҙ генә күренеп киттеңме? Әмир ҙә, ейәндәрем дә бөтөнләй килмәне, ҡыҙыҡһынманы. Ҡайтыр өсөн такси саҡыртырға тура килде, ә бит һәр берегеҙҙә машина. Өйгә ҡайтһам, һыуытҡыс буп-буш, кибеткә барырға хәл юҡ. Дарыуҙың нисек ҡыйбат икәнлеген күҙ алдына килтерәһегеҙме? Бәлки, берәйегеҙ ҡыҙыҡһынғандыр, ярҙам тәҡдим иткәндер? Шунан килеп, әсәйҙең һаулығын ҡайғыртабыҙ, тиһегеҙме?
Өҫтәл янында тынлыҡ урынлашты. Тәнзилә дауам итте:
– Ни өсөн шулай эшләйем, беләһегеҙме? Мәскәү клиникаһында ятҡанда бер ҡатын менән һөйләшеп киттек. Ул бөтә мөлкәтен балаларына таратып биргән һәм үҙе бер бүлмәле фатирға күскән. Хатта дарыуға ла аҡсаһы ҡалмаған, балалары ла ярҙам итмәгән. “Үҙебеҙ саҡ осто-осҡа ялғап йәшәйбеҙ” тип кенә ҡуйғандар. Минең менән улай булмаясаҡ, тип ҡарар иттем шул мәлдә.
Ысынлап та, сире көсәйеп китмәҫ борон, Тәнзилә Бөйөк Ҡытай станаһына ла менде, Истанбулдағы Зәңгәр мәсетте лә ҡараны, Вьетнамда, Таиландта һәм Һиндостанда ла булды...
Башҡа пландары ла бар ине, әммә ике йыл уҙыуға, хәле мөшкөлләнгәс, ул башҡаса сәйәхәт итә алмаҫын төшөндө. Ғүмеренең һуңғы йәйен ул дачаһында үткәрҙе. Наилә һеңлеһен саҡыртып алды ла, икәүләп дачаны һәм үҙенең фатирын һаттылар. Артабан ул Әсмә апайҙың фатирына йәшәргә күсте.
Өс айҙан һуң ул, был фатирҙы Наиләгә яҙҙырып, һеңлеһенең ярҙамы менән хосписҡа урынлашты. Ә тегеһе Әсмә апайҙан ҡалған фатирҙы һатты, сөнки хосписҡа түләргә аҡса кәрәк ине. Оҙаҡҡа һуҙылманы был түләү – дүрт айҙан һуң Тәнзилә күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Хосписҡа уға Наилә һеңлеһе генә килеп йөрөнө. Үкенескә ҡаршы, Диана ҡыҙы ла, Әмир улы ла, ейәндәре лә килеп күренмәне...