Шоңҡар
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
12 Сентябрь 2025, 15:05

Яңғыҙ күтәргән гонаһ Хикәйә Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА

– Бәләкәс сағында бер нәмә ҡылыр инек. Хәҙер һуң инде. Эй, Хоҙайым! Ниңә бер үҙемдең башыма бәлә артынан бәлә?! Эй, Хоҙайым, ниндәй гонаһтарым өсөн язалайһың мине?!

Яңғыҙ күтәргән гонаһ  Хикәйә Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА
Яңғыҙ күтәргән гонаһ Хикәйә Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА

Мария йәшәгән ҡарттар йортона яңы ашнаҡсы килде. Ҡарттар йорто тип атау ҙа бигүк дөрөҫ түгел инде былай. Бында егерме биш йәштәгеләрҙән башлап инде түшәктә һуңғы минут-сәғәттәрен кисергән ололарға тиклем көн күрә. Ике йөҙҙән ашыу кеше бер ғаилә булып йәшәй, тиер инең, йәнә лә дөрөҫлөккә әллә ни тап килмәҫ. Бәләкәй генә бер ауылды дүрт ҡатлы йортҡа алып килеп урынлаштырған һымағыраҡ, унда зат-зәүерһеҙ, бала-сағаһы булмаған яңғыҙаҡтарҙан алып ғүмерен рәшәткә артында үткәргән рецидивистарға хәтлем йыйылған. Тулып ятҡан туған-тыумасаһы, балалары булып та ҡарауһыҙ ҡалғандар ҙа етерлек. Ә йәштәргә килгәндә инде, улары йә тыумыштан зәғиф, йә һуңғараҡ ниндәй ҙә булһа бәлә-ҡаза арҡаһында ғәрипләнеп ҡалғандар.
Бишенсе йыл инде Мария ошонда йәшәп ята. Уның бер кеме лә юҡ тиерлек. Алыҫ ҡына бер нисә ҡәрҙәшен иҫәпкә алмағанда, әлбиттә. Эйе, күңеле төпкөлөндә, хатта үҙе лә ҡаҙынырға теләмәгән бер мөйөштә кескәй генә осҡон сатҡыһы, йәндәрен утта көйҙөргән, үҙе лә аңлата алмаған өмөт яҡтыһы баҙлай, әммә ҡарсыҡ ул осҡондо тышҡа сығарырға, артабан да йәшәтергә теләмәй. Йәне сыҙамаҫ сикһеҙ әрнеү- һыҙланыуҙан инде ҡаҡшаған йөрәге ярылыр тип ҡурҡа. Ҡалай ғына олоғайһаң да, йәшәге килә бит әле ул. Нисек кенә ут-ялҡында көйҙөрмәһен, ҡом-ташында әүәләмәһен, йәшәү барыбер ҙә танһыҡ.
Ә уға етмеш биш кенә йәш, ниңә йәшәмәҫкә ти, ана, берәүҙәр “ыһ” та итмәй йөҙгәсә барып етә әле, уҙып та китә.
... Шулай итеп, яңы ашнаҡсы килде әлеге ололар һәм ғәриптәр йәшәгән йортҡа. Кемеһелер, юҡ, ул ашнаҡсы түгел, кондитер, тип тә һүҙ ҡыҫтырҙы. Барыбер түгелме, ҡайһылай ҙа ризыҡ әҙерләүсе инде. Шул көндән башлап өҫтәлдәрҙә тәмле-тәмле бөйөрөктәр, ҡабарып бешкән бәлештәр, телеңде йоторлоҡ ғөбәҙиәләр күренә башланы. Кесеһенән олоһона тиклем яңы хеҙмәткәрҙе тейешенсә баһалап та өлгөрҙө. Бигерәген дә барсаһына Нәфисәнең асыҡ ҡарашы, ихлас һөйләшеүе, йәшкелт күҙҙәренән бөркөлөп торған игелек ипкене оҡшаны. Бөтәһенә лә яғымлы өндәшә, кемдер иҙәнгә яңылыш сәй йә компот түгеп ебәрһә, бүтән ҡайһы берәүҙәр кеүек күҙен алартмай, тауыш күтәрмәй, үҙеңде нисек тоторға өйрәтмәй. Үҙенең төп эшенән тыш өҫтәл ябыусы, йәғни официант хеҙмәтен дә атҡарғас, Нәфисәгә бында йәшәүселәр менән йыш аралашырға тура килә. Шул арала ла ҡатын һәр ҡайһыһына тиерлек йылы һүҙ табырға өлгөрә, кемгәлер, арбаһын этәрешеп, ашхананан сығырға ярҙам итә, кемделер етәкләп үк йәшәгән бүлмәһенә тиклем оҙатып ҡуя, ризыҡланғандан һуң йоҡомһорап, ойоп ултырған ҡарт-ҡарсыҡтарҙы елтерәтеп ашыҡтырмай, яйҙарына ҡуя. Улары бер аҙ серем итеп алғас, үҙҙәре үк тороп ҡайтыу яғына йүнәлә.
Ашхана эшсәндәре араһында ла ололарға ҡарата йомшаҡ мөнәсәбәт һиҙелә башланы. Хатта “Улар кемгә кәрәк?! Йүнле булһалар, балаларына һыйырҙар ине”, тип ашхана тирәһендә үҙенең төп хужабикә икәнлеген аҙым һайын аңғартып торған дорфа холоҡло шеф ашнаҡсы ла баҫыла төштө, буғай. Сөнки уның сираттағы иләмһеҙ ҡыланыуына ҡарата Нәфисә ипле генә итеп:
– Улар арҡаһында беҙҙең эшебеҙ, аҡсабыҙ бар, – тип һүҙ ҡыҫтырғас, әллә тегеһе бер аҙ уйлана төштөмө, элеккесә аҡырып-екереүен кәметкәндәй булды.
Нәфисә эштән ҡайтырға сыҡҡанда ашхана алдындағы коридорҙа, тышҡы ишек эргәһендәге фойела күмәкләп йыйналыр булып киттеләр. Кемеһелер хәйерле юл теләп, кемдер, һағынып көтәбеҙ, тип ҡала.
Ә Мария һәр ваҡыт аулағыраҡ урынды һайлай һәм хәтер һандығын аҡтара башлай. Ҡайҙа күрҙе һуң был йәш ҡатынды?
Һорғолтораҡ ҡаштары араһында ҙур арауыҡ. Тимәк, изге күңелле кеше, тигән һығымта яһай Мария. Ундай ҡаш арауығы, ғәҙәттә, эскерһеҙ, ышанып барыусан кешелә генә була. Ҡалай ҙа, таныш, үтә таныш ине Нәфисәнең йөҙ-ҡиәфәте Марияға. Төндәрен яңы хеҙмәткәрҙе уйлап, йыш ҡына йоҡлай алмай ята. Кем һуң ул? Ҡайҙа ниндәй елдәр осраштырҙы уны был бала менән? Уны һылыу тип тә әйтеп булмай, ләкин үтә һөйкөмлө, айырыуса ҡарашы бөтә йөҙөн балҡытып тора кеүек. Үҙенән туранан-тура белешергә лә ҡыймай Мария. Нисектер уңайһыҙ һымаҡ.
Шуға оҡшашыраҡ уйҙар Нәфисәне лә борсой ине. Моғайын, беҙҙең яҡтыҡылыр, берәй ерҙә осратҡанмындыр, бик таныш бит йөҙө, тип уйлай. Үҙе лә Нәфисәгә үтә яғымлы өндәшә, ҡайтырға сыҡҡанда гелән: “До свидания, моя красавица!” – тип ҡала йә икенсе берәй йылы һүҙ ҡуша. Үҙенә ҡарата иғтибарға артыҡ аптырамай ҡатын, ул да бит был йортта йәшәүселәргә ҡарата иғтибарлы, күберәк дүрт стена эсендә көн иткән ололарға шул йылы һүҙ генә кәрәк тә инде. Бүтән бер мохтажлыҡтары ла юҡ, көнөнә биш тапҡыр ашаталар, ашау-эсеү һәйбәт, йәшәгән урындары таҙа, түшәктәрен аҙна һайын, кәрәк икән – көн дә алыштырып ҡына торалар. Бөҙрәханаға тиклем бар. Кейенергә яратыусыларға махсус тегеү цехы ла эшләй, табип һәм шәфҡәт туташтары ла улар ҡарамағында. Ә шулай ҙа күңелдәре китек уларҙың. Эргәләрендә туғандары, яҡындары юҡ. Нисәмә-нисә кеше араһында үҙҙәрен япа-яңғыҙ тоялар. Күпселегенең ҡайтып инер мөйөшө юҡ.
Көндәр үтә торҙо, Нәфисә ҡанатланып-талпынып эшкә йөрөнө, Мария уны иртә таңда ҡаршы алалмаһа ла, һәр көн хеҙмәт урынынан оҙатып ҡалыр булды. “Ҡайҙа күрҙем һуң был апайҙы?” – тип юл ыңғайы уйлап ҡайтыр булды Нәфисә.
Ул да мине таный бит, тик, ниңәлер, һүҙ башламай, Нәфисәнең иһә көн оҙоно мәшәҡәттән айырылып кем менән булһа ла әңгәмәләшер ваҡыты юҡ, ә кисен иртәрәк өйөнә ашыға. Унда ғаиләһе көтә. Алтмыш өҫтөндәге әсәһе кейәүен, балаларҙы ашата ла, үҙе сәй ҙә эсмәй, ҡыҙын көтә лә ултыра.
Бына бөгөн дә шул уҡ хәл. Ҡабартма бешергән үҙе, өҫтәлгә һәр төрлө ҡайнатмаларын ҡуйған. Плитәлә ашы бешеп ултыра.
– Әсәй, тағы мине көтөп тик ултырҙыңмы?
– Эй-й, балам, бер үҙемә сәй эсеүе күңелһеҙ булыр тип көттөм шул.
– Улай ярамай ҙа инде. Ә мин бөгөн итле ғөбәҙиә бешерҙем. Эй яратып ашайҙар ҙа инде бахырҡайҙар. Рәхмәт уҡып бөтә алмайҙар. Хатта күңел тулып китте.
Нәфисәнең күҙҙәрендә йәш ялтыраны.
– Бик йәлләйем шуларҙы, ғаилә йылыһы күрмәйҙәр, зарығып йәшәйҙәр. Әҙәм балаһына барыбер яҡындары кәрәк икән.
– Ул ғөбәҙиәне өйҙә күптән бешергәнең юҡ, беҙ ҙә баш тартмаҫ инек әле, – тип көлдө әсәһе.
– Ялымда мотлаҡ бешерермен, әсәй.
Өҫтәл эргәһенә балалар ҙа йыйылды.
– Һуң, һеҙгә яңы ғына ашаттым бит. Хәҙер аш бешә, аҙ ғына сабыр итегеҙ. Әсәйегеҙ ял итһен бер аҙ.
– Эй, ошо өләсәйҙе, – тип ҡылтайҙы Нәфисәнең ун биш йәшлек ҡыҙы. – Әсәйҙе бер үҙенеке итмәксе. Беҙҙең дә уның менән сәй эскебеҙ килә бит.
– Йә, ярар, ултырығыҙ. Атайығыҙҙы ла саҡырығыҙ инде, бер үҙен мәхрүм итеп, – Нәфисә улына өндәште. – Сыҡһын атайың да, бергә күңеллерәк бит ул.
– Ә ул, аш бешкәнде көтәм, тине. Вообще-то бында женский батальон, мин атайым янына сығып торайым әле. – Улдары ҙур бүлмәгә сығып китте.
– Күрҙегеҙме, был мужская солидарность тип атала. – Ҡыҙыҡай пырхылдап көлөп ебәрҙе.
Нәфисә иһә тәү күргәндәй әсәһенә иҫе-аҡылы китеп тексәйгән ине. Нисек ул бығаса иғтибар итмәгән: алдында Мария апайҙың игеҙәге ултыра тиерһең. Бары тик йәшерәк, матур йөҙөндә һырҙары ла һиҙелмәй. Ә күҙҙәре, танауы, ирендәре, хатта һөйләшкәндә бер яҡ ирен ситенең тартыша биреп ҡуйыуы! Ҡыҙының ҡарашынан уңайһыҙланған Зәлифә:
– Беренсе ҡат күргәндәй ҡарайһың, әллә бик ҡартайып киткәнменме? – тип ҡуйҙы.
Нәфисә һорау менән яуап бирҙе:
– Әсәй, ә һинең апайың юҡмы? Һиңә бик ныҡ оҡшаған?
– Һы... Туғандарҙы белмәйһеңме ни? Минең ни шул, ике ҡустым инде. Шөкөр, минең дә әсәйем иҫән.
– Уларҙы беләм. Әллә мин белмәгән тағы берәй туғаның бармы, тием дә.
– Юҡсы. Ниңә? Әллә берәйһенә оҡшатаһыңмы?
– Эйе, әсәкәйем, оҡшатам. Беҙҙә һинең игеҙәгең, юҡ, апайың йәшәй. Ул ҡаштары, ул танауы, күҙҙәре...
– Шула-а-ай, – тип ҡуйҙы Зәлифә. – Ҡаш менән күҙҙәр, танау беҙҙә айырылып тора инде ул. Тағы ҡайҙан табаһың беҙҙекеләй йәшкелт күҙҙәрҙе, тоҡос танауҙы. Ә ҡаш тиһәң инде “әү” тиергә тора. Йәш саҡта мине гел илаттылар, ниңә танауың әсәйеңдең йә атайыңдың танауы кеүек ҡупшы ғына түгел, тип.
– Әсәй, рөхсәт итһәң, мин ул апайҙы беҙгә ҡунаҡҡа алып киләм. Бик мөләйем генә апай ул.
– Әлләсе, – тине Зәлифә. – Өләсәйең бер-ике аҙнанан беҙгә йыйына, бәлки, шунда...
– Ярай. Өләсәй килгәс, улайһа.
Шулай килештеләр. Нәфисәнең өләсәһе ауылда кесе улы менән киленендә йәшәй ине. Һис тә ҡала ерен үҙһенмәй. Йылына бер-ике килеп әйләнә лә ауылына бикләнә. Нәфисәләр уның эргәһенә күберәк үҙҙәре йөрөй.
... Мария төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Бынан бик күп йылдар элек булып үткән ваҡиғалар йәнен һыҙлатты, бер үк хәтирәләр көлөн улай әйләндерҙе, былай тулғандырҙы, үҙ ҡылыҡтарына аҡланыу эҙләп тә маташты, әммә бынан ғына күңеле йылынманы, тамағына әсе төйөр булып ултырған үкенес тойғоһо иремәне. Әгәр ул саҡта бөгөнгө аҡылы булһа...
Уларҙың ғаиләһе кескәй генә утарҙа йәшәне. Ата-әсәһе иҫке ғаилә ҡанундары ҡоршауында йәшәгән кешеләр ине. Заманында атаһы хатта һуғышҡа бармай, ҡайҙалыр сит яҡтарҙа ҡасып йөрөгән, имеш, тип тә һөйләгәндәре хәтерендә Марияның.
Һәр хәлдә, ул иҫ белгәндә атай кеше, береһенән-береһе вағыраҡ биш баланы ҡатыны ҡарамағына ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән ине инде. Утыҙ йәш өҫтөндә тол ҡалған Серафима ғаилә теҙгенен бушатмай, балаларын ҡаты тотто, бәләкәйҙән эшкә екте, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла улар ас ултырманы, тилбер ҡатын ҡутарып кәртүген сәсте, йәшелсәһен үҫтерҙе, яҡын-тирәләге урман-ҡырҙы ҡыҙырып бәшмәген йыйҙы, еләк-емешен тирҙе. Бесән яғы наҡыҫланған йылдарҙа ла һыйырын, һарыҡтарын бөтөрмәне. Өс ҡыҙ, ике малай әсәләренең ауыҙына ғына ҡарап торҙолар, ул ни ҡушһа – шул үтәлде, нимәне тыйһа – шунан тыйылдылар. Береһе-бер тәртип боҙоп йөрөмәне, шуғалыр ҙа көтмәгәндә ун дүрт йәшлек Марияның йөккә уҙыуы әсәһе өсөн аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды.
– Атаһы кем?! – тип бышылданы барыһынан бигерәк башҡа балалары һәм яҡын-тирә алдында оятлы булыуҙан ҡото алынған Серафима. – Кем... атаһы?! – Ул башына төшкән хәсрәттән тауышын юғалтҡайны, шуға ла һорау ыҫылдау булып бәреп сыҡты. Әллә эсендәге ут-ялҡыны шулай ыҫылдап бәреп сыҡтымы...
– Бе... бе... белмәйем.
– Ах, кәнтәй, хатта белмәйһең дә! Кемгә оҡшап шулай аҙғын булдың һуң һин, ә?!
Был ваҡытта әсә кеше ҡыҙының ҡайҙалыр ситкә сығып олағып йөрөмәгәнен дә, гел эш, уҡыу менән булыуын да иҫәпкә алыр хәлдә түгел ине.
– Мин бит уны күрмәнем, әсәй... – Маша һыңҡылдап илап ебәрҙе. – Күрше утарға йомошҡа барғанда ... ҡыуаҡтар араһынан килеп сыҡты. Башыма һуҡты... Һаҡалы... һаҡалы ғына бар ине-е-е...
Серафима урындыҡҡа ултыра төштө.
– Ниңә шундуҡ әйтмәнең?! Ниңә йәшерҙең?! – Был юлы инде ул ҡыҙын ҡосаҡлап, бергәләп үкһей башланылар.
– Ҡурҡ... ҡурҡтым... Һинән...
– Бәләкәс сағында бер нәмә ҡылыр инек. Хәҙер һуң инде. Эй, Хоҙайым! Ниңә бер үҙемдең башыма бәлә артынан бәлә?! Эй, Хоҙайым, ниндәй гонаһтарым өсөн язалайһың мине?!
Ярай әле, был мәлдә башҡа балалары урамда һәр ҡайһыһы үҙ эше менән мәшғүл ине. Улар бер ни ҙә төшөнмәй ҡалды, икенсе көндө үк Серафима Машаһы менән бер туған апайы йәшәгән утарға юл тотто. Матрена ата-әсәйҙән ҡалған бәләкәй генә йортта бер үҙе йәшәй, кейәүгә лә сыҡманы, ниңәлер. Моғайын, һеңлеһенең хәлен аңлар, ярҙам итер.
Апайлы-һеңлеле Матрена менән Серафима бышыр-бышыр ниҙер кәңәшләшкәндән һуң, Машаның әсәһе йәһәтләп ҡайтып та китте. Йортонда уны бөткөһөҙ эш-мәшәҡәт көтә ине.
– Ҡара уны, – тине юлға сығыр алдынан ҡыҙына. – Инәйеңдең әйткәнен тыңла. Ни тиһә – шуны үтә. Беҙҙең затта тыума ҡосаҡлап ултырыусылар булғаны юҡ!
Шулай ҙа инәһе Марияға ҡыҙын биш-алты айға еткәнсе имеҙеп үҫтерергә рөхсәт бирҙе.
– Бынан дүрт-биш саҡрымда башҡорт ауылы бар. Әҙәм аяғы һил булғас, берәй тупһаға ҡалдырырһың. Унда халыҡ арыу, алырҙар, көтөрҙәр.
Ун дүрт-ун биш йәшлек үҫмер, сабыйын күкрәгенә ҡыҫып, һығылып илауҙан уҙманы. Ҡайҙа, кемгә барып йығылһын ул балаһы менән, кемгә һыйынһын. Ул мәхшәр көндә инәһе сабыйҙы иҫкерәк бер сепрәк киҫәгенә төрҙө лә Марияға тотторҙо:
– Кейемдән танырҙар, эт менән эҙләһәләр, еҫтән табырҙар. Биләүҙән сисмә, йә имгәкләп ситкә китер. Баланы тупһаға һал да тәҙрәгә таш бәр, үҙең ҡас, – тип өгөт-нәсихәтен бирҙе.
Мария ҡыйыуһыҙ ғына:
– Инәй, бөтә йомошоңдо үҙем генә эшләрмен, бәпесте лә һинән ҡаратмам, – тип иламһырай ғына башлағайны, Матрена һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:
– Йә, бар. Бында минең гонаһ емешен ҡарап ултырыр хәлем юҡ. Зат-зәүерҙең йөҙөнә серкеү килтереп, һин дә үҫтерә алмайһың.
Йәй уртаһы. Йәшеллеге, йөҙ-мең төрлө сәскәнең хуш еҫе менән һуштарҙы юйырлыҡ сағыулыҡта балҡыған ошо матур көндә Мария ололарҙан-оло гонаһ ҡылды: сабыйғынаһынан баш тартты. Ауыл осондағы кескәй генә ереклектә оҙаҡ ултырҙы ул. Ҡыҙының алһыу йөҙөнән, йәшкелт күҙҙәренән ҡат-ҡат үпте, саҡ бөҙрәләнеп үҫеп килгән һарғылт сәстәренең еҫен иҫендә ҡалдырырға теләп, туймаҫтай булып еҫкәне лә еҫкәне. Эй, ошонда берәй изге күңеллеһе килеп сыҡһасы ине лә икеһен дә үҙенә алып ҡайтһын ине. Ул, бәлки, әкиәттәге бәһлеүән егет кеше булырға тейештер. Ә, юҡ, ул оло ғына,үҙе ярҙамға мохтаж, ауыл осонда яңғыҙы ғына көн күргән әбейҙер. Мария ул саҡта утарына ҡайтып та күренмәҫ ине. Әҙәм алдында оятсылыҡҡа ҡалыуҙан ҡурҡып, уны йөрәк ярып яҡты донъяға килгән ҡыҙыҡайынан баш тартырға мәжбүр иткән әсәһе лә, инәһе лә уның тере икәнлеген дә белмәҫтәр ине. Ә Мария сабыйын шундай һәйбәт кеше итеп тәрбиәләр ине, шундай һәйбәт...
Уның хыялдарын көлөшкән, ят телдә һөйләшкән тауыштар бүлде. Ул ултырған тарафҡа дүрт-биш ҡыҙ килә ине. Алдан Машанан өлкәнерәк сибәр генә апай төшкән. Уның артынан алты-ете йәштәр тирәһендәге ыбыр-сыбыр ҡыҙыҡайҙар эйәргән. Үҙе лә һиҙмәҫтән, Мария ҡабалан-ҡарһалан сабыйҙы ураған сепрәкте сисеп алды ла, уны үләнгә түшәп, баланы шуның өҫтөнә ултыртты. Үҙе эргәләге ҡуйы үлән араһына сумды. Ниңәлер, ошо һылыу йәш апай күңеленә ятты, ҡыҙы уның ҡулдарына күсһә, күңеле тынысыраҡ булыр кеүек тойолдо.
– Ғәлимә апай, бире балаһы!
– Уй-й, хәҙер беҙҙе тота инде!
– Ҡасайыҡ тиҙерәк!
Бәләкәс ҡыҙҙар, сыр-сыу килеп, кире яҡҡа, ауыл яғына, йүгерҙе.
Ғәлимә ҡуйы үлән араһында, бер ни булмағандай, ҙур күҙҙәрен асып, үҙенә текәлгән, ниҙер тәтелдәгән балаға ҡарап ҡатты ла ҡалды. Йә, Хоҙай, уның һуңғы йылдағы ауыр ғазаптары өсөн ебәргәнме әллә уға был сабыйҙы?! Әллә бынан тап бер йыл элек ҡыҙылсанан вафат булған ҡыҙы терелеп ҡайтҡанмы? Ниндәй бире булһын, ти, пәрейҙәр шулай матур булмайҙар ҙа ул. Әҙәм балаһы бит был, ана, кескәй генә ҡулдарын Ғәлимәгә һоноп йылмая хатта. Тәүҙә ҡатын ян-яғына ҡаранып алды, унан үрһәләнеп китеп, баланы күтәреп, йөрәгенә ҡыҫты, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә:
– Аллам, рәхмәт яуһын үҙеңә, – тип бышылданы.
Мунсаға инеп киткән өләсәһе уны япраҡ алырға ебәргәйне ереклеккә, бына бит, ниндәй оло бәхеткә юлыҡты ул. Был минутта уның хәсрәттән талсыҡҡан йөрәге хатта пәрей балаһын да үҙ итер ине.
– Мең шөкөрҙәр итәм һиңә, Аллам! – тип бышылданы йәнә Ғәлимә. – Бүләгеңде бауырыма баҫтым, Аллам!
Бөтә был хәлде үлән араһынан күҙәтеп ятҡан Марияға был мәлдә бик ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта, нисектер, еңел дә һымаҡ ине. Ул ҡыҙының һәйбәт әсәй булырҙай кешегә тап килеүенә ҡыуанды, ләкин баланы, инәһе өйрәткәнсә, ауылға ташлап китеп тә береһе лә алмаһа, кире алып ҡайтыр ҙа китермен, тигән өмөтө һүрелде. Ошо минутта ул сабыйын инде ғүмерлеккә юғалтыуын аңланы. Әгәр ҡатындың артынан йүгереп барып, балаға сарт йәбешһә лә, теге апай уны кире бирмәҫен уйлап һиҫкәнде. Ҡыҙы уныҡы түгел ине инде. Оҙаҡ, бик оҙаҡ ултырҙы Мария, иҫе инәрле-сығарлы булып. Уның ҡайғыһын бүлешкәндәй, баш осонда ғына кәкүк саҡыра башланы. “Эй, зарлы ҡош, хәлгенәмде аңлайһыңмы икән? – тип өндәште уға күңеленән генә Маша. – Һин дә бит балаңды сит ояла ҡалдыраһың”. Кәкүк тауышына бүтән ҡоштар ҡушылды, сиңерткәләр сырҡылдашты, әйләнә-тирәләге йән эйәләре Машаны йыуаталар инеме, әллә ҡәһәрләйҙәрме?
... Хәтеренән бөтә ошо хәл-ваҡиғаны ҡабаттан үткәргән Мария таң алдынан ғына тәрән йоҡоға талды. Иртәнгелекте ашарға ла барманы.
– Әллә сирләп киттеңме? – тип эргәһенә үҙен тәрбиәләүсе ҡатынҡай ҙа инеп сыҡты, ашарына бүлмәһенә килтерҙе.
Ә Мария түбәгә текәлеп ятты ла ятты. Берҙән-бер сабыйы алдындағы гонаһ өсөн ул ғүмерлек яңғыҙлыҡ менән түләне. Инәһе лә, әсәһе лә баҡыйлыҡҡа күскәс, туғандары эргәһендә оҙаҡ тора алманы. Уларының үҙ моңо, үҙ көйө. Гел башын түбән эйеп, бөткөһөҙ уй-хәсрәтенә бирелеп йөрөгән Мария бар туғандары өсөн дә ят, ситен булды. Аҡылына зарар килгән, тип тә ятһындылар унан.
Ә был ваҡытта уның ҡыҙы ауылда “бире балаһы” тигән ҡушамат алып, башҡа бала-саға менән аралаша алмай ине. Етмәһә, өлкәндәр утҡа кәрәсин һибә: бире балаһы менән уйнамағыҙ, сир йоғор үҙегеҙгә, зәхмәт ҡағылыр, йәнәһе. Ахырҙа Ғәлимә ире һәм ҡыҙы менән ауылдан бөтөнләй күсеп киттеләр. Аҙна-ун көн һайын тигәндәй, башҡорт ауылына барып, ситтән генә булһа ла ҡыҙын күрергә өмөтләнгән Мария уның эҙен бөтөнләй юғалтты.
Нәфисә уны үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырғас, Мария икеле-микеле хис-тойғо кисерҙе. Бына-бына уның тормошонда ниндәйҙер мөһим хәл килеп тыуыр, бығаса һағыш-ғазапта уҙһа ла, талғын ғына ағып ятҡан йылғалай һәүетемсә генә барған йәшәү рәүеше үҙгәреп, көслө шарлауыҡҡа әүерелер, тирә-йүнде, шул иҫәптән уның үҙен дә күмеп-ағыҙып алып китер һымаҡ ине. Ул ниндәй ҙә булһа үҙгәрештән ҡурҡа, шул уҡ ваҡытта ғүмер буйына күңел төпкөлөндә баҙлаған өмөтөнөң, ниһайәт, бойомға ашыуын көтә. Сөнки Нәфисәлә, тәү күреүҙән үҙен тетрәткән, аптыратҡан, йәненә йылылыҡ өҫтәгән ошо йәш ҡатында Мария үҙен таныны. Был бәғзе бер сит-ят кешеләрҙә була торған ғына оҡшашлыҡ түгел ине. Әммә Нәфисә уның балаһы түгел, бының өсөн ул үтә йәш. Марияның ҡыҙы алтмыш йәштә булырға тейеш, тимәк, Нәфисә уның ейәнсәре!..
Ҡунаҡҡа ул иң матур күлдәген кейҙе. Бөҙрәханаға инеп, сәстәрен рәтләтте. Алда үҙен ни көтәһен белмәй, әммә бөгөн бүтән ваҡыттағыға ҡарағанда бөхтәрәк, матурыраҡ булып күренгеһе килде уның.
Ишекте Нәфисәнең әсәһе Зәлифә асты. Марияның икеләнеүҙәре юҡҡа сыҡты. Нәфисә маңлай сәсен бер аҙ төшөрөңкөрәп йөрөгәс, аңғармаған икән, ә Зәлифәнең һул ҡашы өҫтөндә сәтәкәй бармаҡ башындай һоро миңде күргәс, саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Ул тора алдында, бынан алтмыш йылдар элек ҡалдырып киткән ғәзиз балаһы! Марияның утарында йәшәүселәрҙең тамғаһы ул, ҡаш өҫтөндәге һоро миң.
Марияның теҙ-быуындары хәлһеҙләнеп, ул ишек төбөндә генә торған банкеткаға сүгәләне. Уның ҡыҙы! Бына ниндәй көслө, сибәр булып үҫкән икән ул! Алтмыш йәш тимәҫһең, йәштәрсә дәртле ҡараш, йөҙөндә бер һыр юҡ тиерлек. Нәфисә һыу килтерә һалды. Был оҡшашлыҡтың, был осрашыуҙың сере бары тик Марияға ғына мәғлүм ине. Зәлифә үҙенең әсәһе тип әле аш бүлмәһендә мәж килгән Ғәлимәне белә, ә Нәфисә әлегә бер ни аңламай: мәрйә апай менән башҡорт әсәһен ниндәй сер бәйләй? Хәйер, әлеге осрашыуҙы хәүефләнеп көткән йәнә берәү бар: ул Ғәлимә. Шуға күрә лә ул ҡунаҡты ҡаршыларға сыҡманы, юҡ эшен бар итеп плитә янында ҡалды.
– Әйҙәгеҙ, ятып тороғоҙ. – Ҡыҙы Марияны ҡултыҡлап, төпкө бүлмәгә алып сыҡты. – Әҙерәк хәл керҙеме?
Диванға башын терәгәс, Мария Зәлифәгә өндәште:
– Балам, эргәмдә бер аҙ ултырып ҡына тор инде, ниңәлер, йөрәгем...
Үҙе йоторҙай булып ҡыҙының күҙҙәренә ҡараны. Был ваҡытта Зәлифәнең күңеленә лә билгеһеҙ шик оялай башлағайны инде. Улар эргәһенә Ғәлимә инде.
– Ҡыҙым, бар, унда Нәфисә ниҙер әйтмәксе... Ҡунаҡ эргәһендә мин ултырып торормон.
Ҡунаҡ... Эйе, Мария бында ҡунаҡ ҡына. Ҡунаҡ тыйнаҡ булырға тейеш.
– Кем икәнлегеңде аңланым. Ҡыҙым бер ни ҙә белмәй, унан был серҙе ғүмер буйы йәшереп килдем. Хәҙер нишләйбеҙ? Бер баланы, эйе, эйе, баланы, уға алтмыш йәш булһа ла миңә әле лә бала, нисек бүлешәбеҙ инде хәҙер?
– Мин бында бала бүлешергә килмәнем. Хаҡым да юҡ. Рәхмәт һеҙгә... һиңә... Бик яҡшы кеше икәнлегеңде бынан күп йылдар элек, ҡыҙымды ереклектә ҡалдырған мәлдә үк аңлағайным инде. Рәхмәт. Нисек бар, шулай ҡалһын.
– Әүәлгесә ҡалмаҫтыр инде ул. Шулай ҙа ашыҡмайыҡ. Ни өсөн баш тартҡанһыңдыр – белмәйем. Ә минең өсөн ул ғәзиз ҡыҙым.
– Миңә әле ун биш тә тулмаған ине, баш тартырға теләмәгәйнем. Барыр ерем булманы, туғандарымдың гонаһымды уртаҡлашҡыһы килмәне... Гонаһын да, ғазабын да яңғыҙ күтәрҙем...

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас