Был хәл быйылғы яҙҙа булды, әммә, ни сәбәптәндер, халыҡ араһында таралып, билдәлелек алманы. Ҡоралһыҙ кешенең айыу менән көрәшеп, иҫән ҡалған осрағы бик аҙ – ошо үҙе үк был осраҡты үҙенсәлекле итә.
2025 йылдың 25 апреле Йылайыр районының Ҡыҙҙар-Биргән ауылы кешеһе Роберт Юлсуриндың хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалыр, моғайын. Был көндө, төшкө аштан һуң, ул кросс мотоциклында йөрөп килергә була.
Мотоциклы һәйбәт, тейешле экипировкаһы ла бар – шуны кейеп, Бөрйән районы биләмәһенә ҡараған ташландыҡ ауыл яғына ҡарай сығып китә. Тәбиғәт тарафынан булдырылған һәм ҡасандыр кешеләр алып барған көнкүрештән ҡалған урындар мотодром өсөн бик ҡулай булып сыға. Ул күңеле булғансы яратҡан шөғөлө менән булыша.
Өйөнә икенсе яҡтан ҡайтырға хәл итә. Ауылына өс саҡрым самаһы ара ҡалғас, көтмәгәндә мотоциклы һүнә. Техниканы ҡарағас, хужа инструменттарһыҙ йүнәтеп булмаясағын аңлай һәм, мотоциклды урманда ҡалдырып, һуңынан килеп алырға хәл итә.
Ике йөҙ метр самаһы үтеүгә тәүге йыртҡысты осрата. 50 метр самаһы ара ҡалғас, хайуан боролоп, икенсе яҡҡа китә башлай. Роберт юлын артабан дауам итә. Тауға табан менгәндә унан икенсе айыуҙың төшөп килеүен күрә. Быға тиклем дә йыртҡыстар менән осрашҡаны булғанға күрә, быныһының тыныс ҡына үтеп китмәйәсәген аңлай һәм рюкзагынан балтаһын сығара. Айыу уны уң яҡлап урап үтә башлай. Эске һиҙемләүе алдамай.
– Әйләнеп ҡарағайным, айыу миңә табан һикерҙе. Тау түбәнгә ҡарай тәкмәс атып өлгөрҙөм. Тороп баҫыуым булды, аяҡҡа килтереп һуҡты. Мин шул арала айыуҙың ҡолаҡ артына балта менән һуғып өлгөрҙөм, - ти Роберт.
Мотоциклда йөрөүсенең экипировкаһы ауыр, ҡалын була, һөҙөмтәлә тап шул егетте һаҡлап ҡала. Бында сроклы хәрби хеҙмәттә алған һәләттәре лә ярҙам итмәй ҡалмағандыр, ул диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итә һәм ҡул һуғышы нигеҙҙәрен шәхсән өйрәнгән була.
– Йыртҡыс бер мәлгә аптырап ҡалды һәм ситкә ҡасты. Был миңә тирә-йүнде байҡап, иғтибар һәм көс тупларға ярҙам итте. Айыу тағы ташланды. Мин уң ҡулымды терһәк тәңгәленән бөгөп, уның ауыҙына арҡыры ҡуйып өлгөрҙөм, ә һул ҡулымдағы балта менән башының ҡайһы еренә эләгә – шунда һуҡтым. Ике тапҡыр эйәгенә эләктем. Януар мине ныҡ ҡына итеп арҡанан эләктереп алды, әммә ысҡындырып, тағы ситкәрәк китте. Мин шунда уҡ балта менән битенә һуғырға маташтым, насарыраҡ эләкте, әммә алғы ике тешен һындырҙым. Шуға күрә ул мине тағы ла йыҡҡас, өҙгөсләй алманы. Шулай ҙа аҫҡы тештәре менән дә ныҡ ҡына йәбеште. Мин мөмкин тиклем һаҡланырға, балта менән башына һуғырға тырыштым. Уның ҡаны муйыныма тамыуын һәм кейемем буйлап ағыуын тойҙом. Йәнлек мине тағы ла ысҡындырҙы һәм ситкәрәк ҡасты. Ауыртыуҙы тоймаһам да, миңә лә арыу эләккәнен аңланым. Шул ваҡыт йыртҡыс артҡы аяҡтарына баҫып, үкерә башланы. Инстинктив рәүештә был бик һәйбәт мөмкинлек икәнде аңланым. Унан бер аҙ үрҙәрәк тороуым да минең файҙаға ине. Ҡапыл ташланып, маңлайына – ике күҙе араһына бер нисә тапҡыр һуғып өлгөрҙөм. Йыртҡыс алыҫҡараҡ ҡасты һәм артҡы аяҡтарына баҫып тағы берҙе үкерҙе лә йырынға төшөп китте. Мин уны ҡарашым менән оҙатып тороп ҡалдым...
Ауылға тиклем алыҫ ара ҡалмаған була, Роберт өйөнә ҡайтып етә. Урман хужаһы менән алыштың эҙемтәләре етди була: күкрәк ситлеге, алты ҡабырғаһы һынған була, шуларҙың өсәүһе икешәр урындан. Былар икенсе көндө дауаханала асыҡлана. Ҡыҫҡа ғына дауаланыуҙан һуң ул өйөнә ҡайта һәм яйлап һауыға.
Йәш организм сағыштырмаса тиҙ йүнәлә. Әлеге ваҡытта Роберт төньяҡтағы газ ятҡылыҡтарының береһендә вахта ысулы менән эшләүен дауам итә.
– Дөйөм алғанда, үҙемде яҡшы тоям, – ти Роберт. – Тик һауа торошо үҙгәрер алдынан һөйәктәрҙең һынған урындары ныҡ һыҙлай.
Көслө, ярайһы уҡ бейек кәүҙәле (180 см) булыуы, хайуан ғәҙәттәрен белеүе, физик әҙерлеге, бәлки, юғары көстәрҙең ярҙамы ла уға был алыштан әллә ни ҡурҡыныс булмаған юғалтыуҙар менән сығырға ярҙам иткәндер. Робертҡа тиҙҙән 37 йәш тула, ул – биш бала атаһы һәм ауылда абруйлы кеше. Уға тик һаулыҡ һәм уңыштар теләргә генә ҡала, артабан бындай ваҡиғалар уның тормошонда булмаһын. Бөтә уҡыусыларыбыҙға, бигерәк тә урманға йөрөргә яратҡандарға шуны уҡ теләйбеҙ. Айыу – ҡурҡыныс йыртҡыс, уның менән осрашыу бер кемгә лә яҡшы нәмә вәғәҙә итмәй.
Рәмилә Истанбаева.
Фото Юлсуриндарҙың ғаилә архивынан.
Авторы – Евгений Гордов.